Һайлау көндәрендә Башҡортостанда РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың һайлау буйынса мониторинг эшсе төркөмө эшләне. Уның вәкиле, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифинг ваҡытында Башҡортостанда тауыш биреүҙең нисек үтеүе тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Мин Өфөлә һәм ауыл ерендә булдым һәм һайлауға килгән кешеләрҙең кәйефе ҡыуандыра. Ижади коллективтар эшләй, балалар менән ғаиләләр тауыш бирергә килә. Бәлки, балалар был процестың ни тиклем етди булыуын аңламайҙыр ҙа, әммә улар был ваҡиғаның мөһимлеген төшөнә, сөнки ата-әсәләре тауыш бирә, уларҙың артабанғы тормошон билдәләйәсәк һайлауға барырға ваҡыт тапҡан. Буласаҡ һайлаусылар шулай тәрбиәләнә, – тип билдәләне Ирина Киркора.
Ирина Киркора әйтеүенсә, һайлау комиссиялары ағзалары һәм участкаларҙа күҙәтеүселәр үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай.
Бер кем дә иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәй, телефонда ултырмай. Ул һайлау участкаларында тәртип, йылы мөхит хакимлыҡ итеүе хаҡында һөйләне. Мәскәүҙән ҡунаҡ Башҡортостандағы ауыл тормошо тураһында ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Ауыл йәшәй, үҫешә, мин матур йорттарҙы һәм участкаларҙы, балалар майҙансыҡтарын, йәштәрҙе күрҙем. Был төбәк халҡының уңайлы йәшәүе хаҡында һөйләй, – тип билдәләне Ирина Киркора.
Мәғлүм булыуынса, 2024 йылда һайлауҙарҙы күҙәтеү йомғаҡтары буйынса кеше хоҡуҡтары советының мониторинг төркөмө Рәсәй Президентына доклад әҙерләйәсәк. Унда тауыш биреүҙең төп тенденциялары һәм төбәктәрҙең практикаһы инәсәк.
Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.