Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2024, 13:40

Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән

Халыҡҡа мәғлүмәт етерлек кимәлдә таратыла

Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргәнҺайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән
Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән

Өс көн эсендә, 6 сентябрҙән әлеге ваҡытҡа тиклем, Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында республикала һайлауҙар барышы тураһында 8500-ҙән ашыу төрлө материал урынлаштырылған.

"Башҡортостан Башлығын һайлау-2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә белдереүҙәренсә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтында – 118 материал баҫылған, уларҙың күбеһе күп тапҡыр ҡаралған һәм Яндекс исемлегенә ингән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла һайлау барышын әүҙем яҡтырта: рус телендә - 68, башҡорт телендә 62 мәғлүмәт сыҡҡан. Радио Спутник FM - 40, социаль селтәрҙәге сайтта 24 материал донъя күргән. "Юлдаш" радиоһы 108 репортаж сығарған. "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто 8063 мәҡәлә баҫҡан, шул иҫәптән 3768-е сайтта, ә ҡалған 4264-е социаль селтәрҙәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләй. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

 

Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән
Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән
Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән
Һайлау барышы тураһында 8500-ҙән ашыу материал донъя күргән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас