Сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа төбәктәрҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса ваҡытлыса эшсе төркөмдәре эшләй. Тауыш биреү барышын һәм күҙәтеүселәрҙең эшен контролдә тотоу өсөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора килде.
Тауыш биреү көндәрендә ул Өфөләге һәм Ишембайҙағы һайлау участкаларында, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус участка һайлау комиссияһында булды. 8 сентябрҙә федераль Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе урынбаҫары Шишмә районы участкаларына мониторинг үткәрәсәк һәм Башҡортостандағы һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы Ситуация үҙәгенең эше менән танышасаҡ.
Төбәктә йәмәғәт күҙәтеүе инфраструктураһына 13 000-дән ашыу күҙәтеүсенән торған корпус, Йәмәғәт штабы ағзаларынан дежур төркөмдәр, НОМ мәғлүмәт картаһы менән эшләү өсөн эшсе төркөм, граждандар өсөн колл-үҙәк, күҙәтеүселәр өсөн “ҡыҙыу элемтә”, мобиль төркөмдәр инә.
2024 йылда һайлауҙарҙы күҙәтеү йомғаҡтары буйынса Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың күҙәтеү төркөмө Рәсәй Президентына доклад әҙерләй. Уға төбәктәрҙә тауыш биреүҙең һәм практиканың төп йүнәлештәре инә.
Фото: Йәмәғәт палатаһы.