Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2024, 13:50

Һайлау финиш һыҙығына сыҡты

Һайлау участкалары ябылыуға бер сәғәт ҡалды

Һайлау финиш һыҙығына сыҡтыҺайлау финиш һыҙығына сыҡты
Һайлау финиш һыҙығына сыҡты

“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау кампанияһы барышын күҙәтеү һәм тауыш биреү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова журналистарға: “Барыһы ла закон сиктәрендә тыныс үтер тип ышанабыҙ”, – тип белдерҙе.

Йәмәғәт штабының мобиль төркөмдәре лә әүҙем эш алып бара.

– Ял көндәрендә иҫкәрмәләрҙең булмауы ҡыуаныслы. Барыһы ла процестың мөһимлеген аңлай, эш дауам итә, – тип билдәләне Лида Исәргәкова.

Хөрмәтле һайлаусылар, тауыш биреү финиш һыҙығына сыҡты - һайлау участкалары ябылыуға бер сәғәт ҡалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас