Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 09:20

Бөгөн йәнә ике тапҡыр бүләктәр уйнатыла

Ойоштороусылар ни өсөн еңеүселәр араһында өфөләрҙең күп булыуын аңлатты. 

Бөгөн йәнә ике тапҡыр бүләктәр уйнатылаБөгөн йәнә ике тапҡыр бүләктәр уйнатыла
Бөгөн йәнә ике тапҡыр бүләктәр уйнатыла

 “Рәхмәт” акцияһының ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина хәбәр итеүенсә, бөгөн, 8 сентябрҙә, Башҡортостанда ике тапҡыр бүләк уйнатыла – көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм 9-ҙа.

Римма Бикмырҙина әйтеүенсә, 6 һәм 7 сентябрҙә уҙғарылған дүрт уйындың һөҙөмтәләре буйынса 150-гә яҡын еңеүсе билдәләнде.  Бүләктәр араһында – квадроциклдар, мотоциклдар, офис һәм көнкүреш техникаһы.

Бөгөн алдағы уйындар барышында тағы 150 самаһы еңеүсене билдәләргә кәрәк буласаҡ.

Шулай уҡ Римма Бикмырҙина ни өсөн еңеүселәр араһында Өфө халҡының күп булыуын аңлатты.

- Өфө – миллионлы ҡала, шуға күрә акцияла ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр араһында республиканың баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең күп булыуы тәбиғи, – тип хәбәр итте ул.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас