Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 14:25

Биш кандидат та тауыш бирҙе

Һәр береһе үҙенең һайлау участкаһында булды  

Биш кандидат та тауыш бирҙеБиш кандидат та тауыш бирҙе
Биш кандидат та тауыш бирҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһына биш кандидат күрһәтелгән.

Улар ҙа тауыш биреүҙә ҡатнашты. Бөгөн Радий Хәбиров тормош иптәше менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан һайлау участкаһында конституцион хоҡуғы менән файҙаланды.

“Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” партияһынан кандидат Владимир Нагорный 8 Март ҡасабаһындағы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул урындағы мәктәптә эшләй.

КПРФ-тан кандидат Артур Шәйнуров Өфөлә 39-сы гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһына килеп тауыш бирҙе.

Ошо мәктәптә үк эшләгән икенсе һайлау участкаһында “Яңы кешеләр” партияһынан кандидат Илшат Тимерйәнов булып китте. Ул тауыш биреү барышын баһаланы һәм сәйәси фирҡәнән күҙәтеүселәр менән аралашты.

ЛДПР-ҙан кандидат Иван Сухарев 6 сентябрҙә уҡ конституцион хоҡуғы менән файҙаланды. Ул Өфөлә 9-сы мәктәптә урынлашҡан участкала тауыш бирҙе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас