Туймазы районында бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс кеше йәшәй. Уларҙың береһенә – 97 йәшлек Леонид Петрович Шитовҡа – участка һайлау комиссияһы вәкилдәре өйөнә килгән.
Ветеран әйтеүенсә, ул фронтҡа 17 йәшендә киткән, 119-сы гвардия авиация бомбардировка полкында авиация моторисы булып хеҙмәт иткән. Өйөнә һигеҙ йылдан һуң ғына, 1952 йылда әйләнеп ҡайта. Тыныс ваҡытта балаларҙы шахмат уйнарға өйрәткән.
– Һуғышты кисә генә булған кеүек хәтерләйем, – ти ветеран. – Шуға күрә минең өсөн иң мөһиме - нацизм ҡабаттан тергеҙелмәһен.
“Туймазинский вестник” гәзите фотоһы.