Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 10:30

Һигеҙ балаһы менән килгән һәм был... яртыһы ғына

Натальяның 16 балаһы бар! Өлкәндәре һайлау барышын ҡарарға килгән. 

Һигеҙ балаһы менән килгән һәм был... яртыһы ғынаҺигеҙ балаһы менән килгән һәм был... яртыһы ғына
Һигеҙ балаһы менән килгән һәм был... яртыһы ғына

“Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Наталья Фәрхетдинова машиналар эшләү колледжының икенсе корпусы бинаһында урынлашҡан 466-сы участкала булды, тип хәбәр итә “Красное знамя” гәзите.

Нефтекамала йәшәгән ҡатын һигеҙ балаһы менән һайлау участкаһына килгән. Ә иң ҡыҙығы, Наталья балаларының барыһын да түгел, яртыһын ғына килтергән – ҡатындың ун алты балаһы бар. Ул һайлау процедураһын үҙ күҙҙәре менән күрһен өсөн өлкәндәрен генә алған.

“Бына шулай, әүҙем тормош позицияһы булған ата-әсәләр шәхси өлгөһө менән һайлаусыларҙың киләсәк быуынына тауыш биреүгә яуаплы ҡараш тәрбиәләй”, – тип яҙҙылар гәзиттә.

Фото: “Красное знамя” гәзите.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас