Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 04:10

Ике көндә 51 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргән

Иң әүҙем райондар ниндәй? 

Ике көндә 51 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргәнИке көндә 51 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргән
Ике көндә 51 проценттан ашыу һайлаусы тауыш биргән

Бөгөн иртән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында уның рәйесе Азат Ғәлимханов менән брифинг үтте. Ул әлеге минутҡа булған һуңғы һандар менән уртаҡлашты.

Территориаль һайлау комиссиялары мәғлүмәттәре буйынса, кисә киске сәғәт 8-гә халыҡтың 51 проценттан ашыуы тауыш биргән. Кешеләр иң әүҙеме Асҡын, Благовар, Салауат, Федоровка райондарында килгән.

– 8 сентябрҙә, өсөнсө һуңғы тауыш биреү көнөндә иртәнге сәғәт һигеҙҙә бөтә участкалар ҙа асылды, бөтәһе лә штат режимында эшләй. Бөгөнгө тауыш биреү көнө тыныс үтер, тип өмөтләнәбеҙ, - тине спикер. – 20.00 сәғәттә участкалар ябыласаҡ.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бөтә участка һайлау комиссияларын хәүефһеҙлек һәм янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән тикшерҙе. Полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ участка һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре штаттан тыш хәлдәрҙә нисек эш итеү осрағына инструкциялар алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас