Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 14:45

Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай

“Кубиндар” үҙҙәренең һайлауы тураһында нимә әйтә?

Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлайКуба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай
Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай

Архангел районында кубиндар йәшәгәнен белеүселәр бармы икән? Ып-ысын, урындағы Куба халҡы.

Баҡалды ауылында бәләкәй генә йылға менән бүленгән бер нисә йорттоң урамы – Куба тип атала. Үҙенсәлекле исем уйлап тапҡан боронғо авторҙарға тейешле баһа бирергә кәрәктер.

Бына шунда бер нисә һайлаусы йәшәй ҙә инде: Әлфиә Әмирхан ҡыҙы Вәлиева, Раян Фәрхетдин улы Сәйфуллин һәм башҡалар. “Кубиндар” араһында иң өлкәне – 91 йәшлек Сәлмән Абдрахман улы Ғафаров. Олатай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өйҙән тауыш биргән.

Ауыл халҡы һайлау мәсьәләһендә әүҙемлек күрһәтә. “Беҙ сәскә атыусы Башҡортостан яҡлы!”, - ти улар.

Фотоһүрәттәр Марина Клокова, Участка һайлау комиссияларынан алынған.

Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай
Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай
Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас