Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 11:20

Нисә кеше тауыш биргән?

Шулай уҡ иң әүҙем район һәм ҡалалар аталды. 

Нисә кеше тауыш биргән?Нисә кеше тауыш биргән?
Нисә кеше тауыш биргән?

8 сентябргә көндөҙгө сәғәт 3-кә 1 миллион 921 мең 641 кеше, йәғни теркәлгән һайлаусыларҙың 64,56 проценты тауыш биргән. Был хаҡта брифингта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, исемлеккә 2 миллион 976 мең 305 һайлаусы индерелгән.

Баш ҡалала әүҙемлек 61,73 процентҡа еткән. Өфөнән тыш, ҡалалар буйынса килеү күрһәткесе уртаса – 54,29 процент, райондар буйынса - 67,96 процент.

Алдынғылар рәтендә - Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары. Бында һайлау участкаларына һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы килгән дә инде.

Ҡалалар араһында тәүге урындарҙы Ағиҙел, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары биләй. Бында 60 проценттан ашыуы тауыш биргән.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас