Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 11:15

Уңыш кемдәргә йылмайҙы?

Республикала “Рәхмәт-2024” акцияһының бишенсе уйынына йомғаҡ яһалды. 

Уңыш кемдәргә йылмайҙы?Уңыш кемдәргә йылмайҙы?
Уңыш кемдәргә йылмайҙы?

Бөгөн, 8 сентябрҙә, 14:00 сәғәттә акцияны ойоштороусылар бишенсе уйынды уйнатты. 44 кеше еңеүсе булды. Эште бойондороҡһоҙ комиссия күҙәткән.

Беренсе бүләк – термопот Туймазы районында йәшәгән ике кеше ҡулына эләгәсәк. Саң һурҙырғыс-роботтар Нефтекама, Өфө, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Йәрмәкәй, Архангел һәм Ҡыйғы райондарынан еңеүселәргә эләкте, ә планшет Күмертауға юллана.

Ноутбукты -– Бәләбәй районы вәкиле, ә телевизорҙы Өфө кешеһе аласаҡ.

Өфө, Күмертау, Салауат, Октябрьский ҡалаларында, шулай уҡ Балаҡатай, Мәсетле, Нуриман, Шаран, Бөрө, Баҡалы, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәүселәр 23 аҡыллы колонкаға эйә булды.

Смартфон хужалары – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Стәрлебаш, Өфө, Ауырғазы һәм Мишкә райондарынан еңеүселәр.

Велосипедты Белорет районынан бәхетле кеше алып ҡайта ала.

Отошло билеттар тураһында мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтында һәм “Алға-Патриот” төркөмөндә табырға мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, QR-билеттарығыҙҙы 30 сентябргә тиклем ташламағыҙ.

Бөгөн “Бүләктәр төнө” үтәсәк.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас