Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Унда 2024 йылдың 8 сентябренә тәғәйенләнгән һайлауҙарға йомғаҡ яһау менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Комиссия ағзалары Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына килгән Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау буйынса мөрәжәғәттәр тураһында мәғлүмәтте тыңланы һәм иғтибарға алды. Комиссия республика Башлығын һайлауҙа һәм 54-се Өфө һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа һайлау бюллетендәрен файҙаланыу йомғаҡтарын ҡараны.
Көн тәртибенең дүртенсе мәсьәләһен ҡарағандан һуң, комиссия 2024 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы ғәмәлдә тип танырға ҡарар итте һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп Хәбиров Радий Фәрит улының һайланыуын билдәләне.
Шулай уҡ Үҙәк һайлау комиссияһы 54-се Өфө һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты итеп Мацкевич Эльвира Александровна һайланыуын билдәләне.
Фото: glavarb.ru