Кисә Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һайлауҙа ҡатнашҡан барлыҡ республика халҡына, был эште ойошторған һәм биш йыл дауамында уның менән бергә эшләгән идара итеү командаһына рәхмәт әйтте. Төбәктең яңы етәксеһе вазифаға инеүе сәбәпле Хөкүмәт таратыласаҡ.
– Беҙ идара итеү вакуумын булдырмайбыҙ, бурыстарҙы башҡарыу тураһында указға ҡул ҡуйыласаҡ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә парламентыбыҙға премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индерәсәкмен, – тине Радий Хәбиров.
Ул үҙе менән бергә еңел булмаған йылдар үткән идара итеү командаһының күсәгилешлеген һаҡларға вәғәҙә итте. Киләһе аҙнаның аҙағына яңы хөкүмәт формалашырға тейеш, тине Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостан Башлығының инаугурацияһы 12 сентябрҙә уҙа.
“Присяга ҡабул итеү – вазифаға инеү өсөн Конституцияның мотлаҡ талабы”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.