Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Сентябрь , 10:45

Радий Хәбиров – Башҡортостан Башлығы

Радий Хәбировты вазифаһын үтәй башлауы менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡотланы.

Радий Хәбиров – Башҡортостан Башлығы
Радий Хәбиров – Башҡортостан Башлығы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығынының тантаналы рәүештә вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана дауам итә.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һайлау һөҙөмтәләрен иғлан иткәндән һуң, республиканың һайланған етәксеһе Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Бынан һуң Радий Фәрит улы республиканың ике дәүләт телендә – башҡортса һәм русса ант итте.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын гарантияларға ант итәм, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбировты вазифаһын үтәй башлауы менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡотланы. Ул республика власы органдары бөтә ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр, кешеләр тормошон яҡшыртыр өсөн барыһын да эшләр тигән ышаныс белдерҙе.

– Халыҡ һеҙгә йәнә алдағы биш йылға уның мәнфәғәттәрен яҡларға, йәшәү сифатын яҡшыртырға һәм төбәкте үҫтерергә ышанып тапшырҙы. Һеҙҙең етәкселек аҫтында бер нисә мөһим проект тормошҡа ашырыла, улар республика халҡында яҡлау һәм хуплау тапты. Башҡортостан – Рәсәйҙең терәк-таяныс булған төбәктәренең береһе, илебеҙ иҡтисадына тос өлөш индергән эре индустриаль һәм аграр үҙәк. Сәнәғәт производствоһы күләмдәре буйынса республика Рәсәйҙең алдынғы – 15 һәм округтың өс иң ҙур төбәге иҫәбенә инә. Ауыл хужалығы продукцияһын сығарыу буйынса – округта икенсе урында, инвестициялар динамикаһы буйынса ла Волга буйы федераль округы буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инә.

Күп осраҡта был – республика Башлығы командаһының уңайлы эшлекле мөхит булдырыуға иғтибар бүлеү һөҙөмтәһе. Инвестиция мөхите рейтингында төбәк – илебеҙ буйынса тәүге өсәү иҫәбендә. Республика оборона сәнәғәте өлкәһендәге мөмкинлектәрен, юғары технологиялы тармаҡтарҙың фәнни потенциалын үҫтерә. Төбәк властары һәм һеҙ, Радий Фәрит улы, шәхсән үҙегеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ. Ватанды һаҡлаусыларҙы социаль яҡлауҙың һөҙөмтәле эшләгән системаһын үҫтереү, хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә адреслы ярҙам тәү сираттағы бурыстарҙың береһе булып ҡала, – тине Игорь Комаров. – 2023 йылда Башҡортостанға сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктең ил яҙмышында Ватанды һәм сиктәрҙе һаҡлауға бәйле ролен айырым билдәләне.

Игорь Комаров Радий Хәбировҡа һәм уның командаһына уңышлы эшмәкәрлек теләне.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: