Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Сентябрь 2024, 06:40

"Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!"

Радий Хәбиров мәғариф, спорт, медицина тураһында һөйләне. 

"Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!""Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!"
"Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт!"

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана үтте.

Барлыҡ рәсми процедураларҙан һуң Радий Хәбиров сығыш яһаны. Тәү сиратта ул үҙенә ышаныс белдергән Башҡортостан халҡына рәхмәт әйтте. Быны ул бөтә кимәл идара итеү командаһы эшмәкәрлегенә бирелгән юғары баһа тип атаны. Ул шулай уҡ алдағы биш йылға пландары менән уртаҡлашты.

– Рәсәй Президенты Владимир Путинға миңә ышаныс белдергәне һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидатурамды күрһәтеүемде хуплағаны өсөн рәхмәт. Иң мөһиме, ошо йылдар дауамында Владимир Путин беҙҙең республикаға һәр яҡлап ярҙам итте, уның тормошоноң бөтә тармаҡтарына йоғонто яһаны, – тине ул.

Айырым рәхмәт һүҙҙәрен Радий Хәбиров әлеге ваҡытта тыуған илебеҙҙе һаҡлаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға белдерҙе. Башҡортостан улар менән ғорурлана тине һәм бөтәһенә лә иҫән-һау ҡайтыуҙы теләне.

Башҡортостан Башлығы республиканың төрлө тармаҡтағы уңыштарын билдәләне. Тәү сиратта ул мәғариф, мәҙәниәт һәм спортта туҡталды.

– Республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ойошторолдо, вуз-ара кампус төҙөйбөҙ, йәштәребеҙ республикала белем алһын һәм ошонда уҡ үҙҙәренең һәләттәрен ҡулланһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ул залда ултырған Башҡортостан уҡыу йорттарына уҡырға ингән 100 балл йыйыусыларҙы сәләмләргә тәҡдим итте. Зал быға алҡыштар менән яуап бирҙе. Араларында халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңгән Вадим Харисов та бар ине.

Спорт тармағына туҡталып, Башҡортсылар спортсыларының Париждағы XVII Йәйге Паралимпия уйындарындағы лайыҡлы сығышын билдәләне. Улар ябай булмаған шарттарҙа илебеҙ данын яҡланы һәм еңде.

– Бөгөн залда – күптән түгел Парижда йәйге Паралимпия уйындарында миҙалдар яулаған Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Елена Прокофьева, Анна Кулинич-Сорокина, Богдан Мозговой, Андрей Николаев. Беҙҙең ҡыйыу спортсылар Рәсәй намыҫын лайыҡлы яҡланы. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм яңы сағыу еңеүҙәр теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров еңеүселәргә.

Ул Өфөлә Башҡортостандың баш ҡалаһы юбилейына халыҡ-ара кимәлдәге заманса объект төҙөлөүен иҫкә төшөрҙө.

– Баш ҡалабыҙҙың юбилейына донъя кимәлендәге спорт объекты – Көрәш һарайы төҙөлдө. Тиҙҙән Фехтование үҙәген һәм ишкәкле слалом комплексын тамамлайбыҙ. Был объекттарҙың барыһы ла ағымдағы йылдың октябрендә уҙасаҡ “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы өсөн майҙансыҡтарға әүереләсәк. Дөйөм алғанда, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Ә спортсыларыбыҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәсәй кимәлендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, – тине Башҡортостан Башлығы.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы медицина тармағына туҡталды һәм тиҙ арала поликлиникаларҙа тәртип урынлаштырырға кәрәклеге тураһында әйтте.

– Биш йыл эсендә беҙ һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тамамларға тейешбеҙ. Бөтә поликлиникаларҙа тәртип урынлаштырырға кәрәк. 2030 йылға бер генә иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡалмаҫҡа тейеш. Был беҙҙең көсөбөҙҙән килә – һуңғы йылдарҙа 500-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөй алдыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас