Радий Хәбиров Рәсәй Президентының махсус хәрби операция шарттарында ҡораллы көстәрҙе үҫтереү буйынса кәңәшмәһендә ҡатнашты.
18 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында Махсус хәрби операция шарттарында Ҡораллы көстәрҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
– Беҙ Армияны һәм Флотты техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һүҙ беҙҙең ҡоралдың һәм техниканың тактик-техник характеристикаларын яңыртыу һәм яҡшыртыу, шул иҫәптән махсус хәрби операция барышында беҙҙең ғәскәрҙәр алған тәжрибәне иҫәпкә алып яңы юғары технологиялы өлгөләр әҙерләү перспективалары хаҡында бара, – тине дәүләт башлығы. – Әммә был ҡоралдарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн юғары квалификациялы шарттар һәм экипаждар кәрәк. Тимәк, беҙҙә ошо техникала эшләргә әҙер кешеләр булырға тейеш. Ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге Ҡораллы көстәрҙең шәхси составына, уның әҙерлек кимәленә һәм, беренсе сиратта, хәрби уҡыу сифатына бәйле буласаҡ. Бында бөтә булған ресурстарҙы, шул иҫәптән саҡырылышҡа тиклемге ойошмаларҙың, хәрби юғары уҡыу йорттарының, уҡыу-методик үҙәктәрҙең һәм полигондарҙың заманса тренажер базаһын файҙаланырға кәрәк. Һәм был мөһим йүнәлештә Оборона министрлығы ла, федерация субъекттары властары ла бергәләп эшләргә тейеш.
Рәсәй Президенты федераль һәм төбәк власть органдарының Ҡораллы көстәрҙе әҙерләнгән һәм өйрәтелгән шәхси состав менән тәьмин итеү бурысын хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, ошо көндәрҙә Ҡораллы көстәрҙең штат һанын билдәләү тураһында указ сығарылды. Ул ағымдағы йылдың 1 декабренән көсөнә инә, – тип иҫкә төшөрҙө Владимир Путин.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.