Ошо көндәрҙә Өфөлә уҙған Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең XVII ижади һәм фәнни интеллигенция форумында ҡатнашыусы илдәрҙең вәкилдәре мөһим ваҡиға алдынан түңәрәк өҫтәлгә йыйылды.
Түңәрәк өҫтәл Башҡортостан Республикаһының Милли музейында уҙҙы. Модераторҙар булып Рәсәй Фәндәр академияһы Дөйөм тарих институтының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Виктор Ищенко һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Рәсәй тарихы, тарих фәне һәм сығанаҡтар өйрәнеү кафедраһы мөдире, доцент Рәмил Рәхимов сығыш яһаны.
– Беҙ ҡасандыр Советтар Союзына ҡараған биләмәләр исеменән сығыш яһайбыҙ. Беҙҙе берләштергән уртаҡ тарихыбыҙ бар. Бөйөк Ватан һуғышы – ошо тарихтың бик мөһим һәм драматик ваҡиғаһы, – тине Виктор Владимирович, түңәрәк өҫтәлде асып.
Артабан БДБ илдәре вәкилдәре йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты, хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен билдәләне.
Беларусь Республикаһы вәкилдәре йәш быуынды көнбайыш йоғонтоһонан аралауға һәм уларға Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен аңлатыуға йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған ижади конкурстар, көслө алыштар булған урындар буйлап үткәрелгән экскурсиялар ойошторалар, йәштәрҙе дәүләт программаларын төҙөү һәм тормошҡа ашырыу эшенә йәлеп итәләр. Заман сәнғәте милли үҙәге директоры Сергей Криштапович Белоруссия ерҙәрен фашистарҙан азат итеүгә 80 йыл тулыуға арналған ҙур күргәҙмә тураһында һөйләне.
– Архив документтары һәм тарихи фотолар менән бер рәттән заман фотографтарының эштәрен күрергә, халыҡтың илбаҫарҙарға ҡаршы тороуы тураһындағы иҫтәлектәрҙе тыңларға мөмкин. Туғыҙ залдың һәр береһе геноцид, концлагерь, партизандар хәрәкәте темаларына арналған. Был проектта беҙ йәштәргә яҡынайыр өсөн заман технологияларын ҡулландыҡ, – ти Сергей Криштапович.
Ҡаҙағстандың Халыҡ-ара мәғлүмәт технологиялары университеты профессоры Ләззәт Туңғатарова үҙҙәрендә пандемия осоронан һуң “Үлемһеҙ полк” акцияһының туҡтап ҡалыуына бәйле борсолоуын әйтте, был сараны тергеҙергә кәрәк, тип белдерҙе.
Ҡырғыҙстан вәкилдәре ватандаштарының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне. Мәҫәлән, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамира Алышбаева әйтеүенсә, ҡырғыҙҙар Санкт-Петербургтан эвакуацияланған балаларҙы үҙҙәренә һыйындырған, береһен дә балалар йортона тапшырмаған, хатта араларында 150 баланы тәрбиәгә алған ҡатын-ҡыҙ ҙа булған.
– Үҙ илдәребеҙҙә генә ҡайнамайыҡ, аралашып йәшәйек, Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙы бер-беребеҙгә алып барып күрһәтәйек, – тип тәҡдим итте Дамира Алышбаева.
Ғөмүмән, сығыш яһаусылар докладттарында Бөйөк Еңеү хаҡындағы хәтерҙең элекке СССР илдәре өсөн изге һәм ҡиммәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса БДБ илдәре өсөн уртаҡ дәреслек яҙыу мәсьәләһенең өлгөрөп етеүен билдәләнерәк. Түңәрәк өҫтәлдәге һөҙөмтәһендә, 2025 йылда БДБ илдәренең Бөйөк Ватан һуғышын өйрәнеүселәре форумын ойошторорға, тигән ҡарар ҡабул ителде.
Билдәле булыуынса, Өфөлә 16-19 сентябрҙә тәүге тапҡыр БДБ-ның ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы үткәрелә. Халыҡ-ара форумда Берләшмә илдәренән 200-гә яҡын вәкил ҡатнаша. Ул 2006 йылдан төрлө илдәрҙә ойошторола. Рәсәйҙә форум дүртенсе тапҡыр үтә.
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы – йыл һайын ойошторолған ҙур гуманитар сара. Бында алдағы йылға йомғаҡтар яһала, берлектәге эшмәкәрлек пландары тикшерелә, фән, мәғариф, мәҙәниәт, мәғлүмәт, туризм, спорт өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең мөһим мәсьәләләре ҡарала.