Һуңғы көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында ҡайһы бер ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары отставкаға китә тигән хәбәрҙәр күбәйҙе. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
– 6-8 сентябрҙә муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының вәкәләтле органдарына һайлауҙар уҙыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Һәм, уның һөҙөмтәләренә ярашлы беҙҙә муниципалитеттарҙың яңы вәкәләтле органдары ойошторола. Муниципаль берәмек башлығы вәкәләттәре был органдарҙың вәкәләттәре тамамланыу менән бергә тамамлана һәм ошо сәбәпле әле күпселек муниципалитеттарҙа муниципаль берәмектәр башлыҡтарының вәкәләттәре туҡтатыла. Мин быны ни өсөн ошолай ентекләп аңлатам, сөнки киң мәғлүмәт сараларында район башлыҡтарының отставкаһы тураһында мәғлүмәт баҫыла. Берәү ҙә үҙ вазифаһын ҡалдырмай, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Эйе, беҙ кадрҙар менән эшләйбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарының да ниндәйҙер ҙур булмағаны өлөшө төрлө сәбәптәр арҡаһында китә. Әммә башлыҡтарҙың күпселеге, совет вәкәләттәрен туҡтатҡандан һуң, конкурсҡа ғариза тапшыра һәм был ваҡытта уларҙың вәкәләттәрен уларҙың урынбаҫарҙары башҡара. Беҙ властың ниндәйҙер вакуумына юл ҡуймаясаҡбыҙ. Оҙаҡламай барыһы ла үҙ урынына әйләнеп ҡайтыр.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров тейешле процедураларҙы бик ойошҡанлы һәм тиҙ тамамларға ҡушты.
Фото:Скриншот.