Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Октябрь , 19:05

Өфөгә Рәсәй Президенты килде

Владимир Путин XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сараларында ҡатнаша. Дәүләт башлығын Башҡортостандың алдынғы спорт объекттары менән таныштырасаҡтар.

Өфөгә Рәсәй Президенты килде
Өфөгә Рәсәй Президенты килде

17 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Ил Президенты XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сараларында ҡатнашасаҡ. Дәүләт башлығын Башҡортостандың алдынғы спорт объекттары менән таныштырасаҡтар.

Бынан тыш, форум барышында Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын уҙғара.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: