Бөгөн, 25 октябрҙә, Бөрйән районы советының сираттағы ултырышы үтте.
Уның эшендә Конкурс комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Конкурс комиссияһы ағзалары – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай секретариаты етәксеһе урынбаҫары Арсен Еникеев, Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, район советы депутаттары, район предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре, шулай уҡ райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Көн тәртибендәге төп мәсьәлә Бөрйән районы хакимиәте башлығын тәғәйенләү булды. Конкурс комиссияһы рәйесе Азат Бадранов хәбәр итеүенсә, Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс һөҙөмтәләре буйынса 14 октябрҙә комиссия тейешле вазифаға ике кандидатты тәғәйенләү өсөн муниципаль район советына тәҡдим итте. Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса район советы депутаттары бер тауыштан Рәмил Миңләхмәт улы Абдуллиндың кандидатураһын хупланы. Ул Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса тәғәйенләнде.
Рәмил Миңләхмәт улы депутаттарға һәм йыйылыусыларға ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте, район мәнфәғәтендә бергәләп уңышлы эшләү теләген еткерҙе.
Рәмил Абдуллин яңы вазифаға тәғәйенләнгә тиклем Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне.
Фото: burzyan.bashkortostan.ru.