Октябрь проспектында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары алты сит ил кешеһе тейәлгән “Дэу Нексия” автомобилен туҡтата. “Дэу Нексия” рулендә булған 30 йәшлек водитель пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Пассажирҙарҙы тикшергәндә уларҙың береһенең Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә законлы нигеҙҙә булыуын раҫлаған документтары булмауы асыҡлана.
33 йәшлек пассажир Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт базалары буйынса тикшереү өсөн патруль автомобиленә саҡырыла. Ир полиция хеҙмәткәрҙәренә “урында килешергә” тәҡдим итә, шунан һуң Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уны вазифалы кешегә ришүәт биреү өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә. Сит ил гражданы полиция хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүен иғтибарһыҙ ҡалдыра һәм хеҙмәт автомобиле панеленә 2000 һум аҡса һала.
Урынға тәфтиш-оператив төркөм саҡырыла. Ирҙе артабан тикшереү өсөн полиция бүлегенә алып киләләр.
Хәҙер мигрантҡа ҡарата вазифалы кешегә ришүәт бирергә маташыу өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала. Был осраҡ бөтәһенә лә законды үтәүҙең мөһимлеге һәм системаны урап үтеүҙең тағы ла етдиерәк эҙемтәләргә килтереүе тураһында ла иҫкәртә.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/6555.