31 октябрҙә сарала Өфө халҡы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Йәмәғәт палатаһының Инфраструктура үҫеше, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рита Некрасова менән фекер алышты.
Ҡала халҡы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаларына коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға саралар үткәргәндә ярҙам итеү буйынса һорауҙар бирҙе, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ судта ғәйепле тип табылған инвалидҡа ярҙам итеүҙәрен һораны, тағы бер мөрәжәғәт “Өфө станцияһы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына ер участкаһы бүлеүгә ҡағылды. Мәсьәләләр республика йәмәғәтселәре контроленә алынды.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары өфөләрҙең муниципалитеттар халҡы менән сағыштырғанда әүҙемерәк булыуын билдәләне.
“Уларҙы шәхси характерҙағы йәки Өфөнө борсоған мәсьәләләр генә түгел, ә республика өсөн көнүҙәк булған һорауҙар ҙа борсой. Атап әйткәндә, “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһындылар. Йылдар үтеү менән был программа буйынса төҙөкләндерелгән майҙансыҡтарҙы капиталь ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән кем шөғөлләнәсәк, тип һоранылар. Власть органдары ҡарамағындағы йәмәғәт советтарында ниңәлер бер үк кешеләр булыуына дәғүә белдерелде. Беҙ был мәсьәлә буйынса мониторинг үткәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ Өфө казактары ойошмаһынан уларҙың проекттары өсөн ер биләмәһе бүлеүгә ҡағылышлы һорау булды”, – тине Лида Исәргәкова.
Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге тураһында уның рәйесе Ольга Одинокова һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, ҡала Йәмәғәт палатаһы республика Йәмәғәт палатаһы, власть органдары менән халыҡ мәнфәғәтенә конструктив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Атап әйткәндә, йәйгеһен ҡала ситендәге балалар ялы объекттарында тәрбиә программаларына күҙәтеү үткәрелә. Шулай уҡ Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы хакимиәт менән берлектә ихата, хоккей майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереү варианттарын ҡарай. Баш ҡала йәмәғәтселәре Өфөнөң 450 йыллығы алдынан ҙур эш башҡарған.
“Ноябрҙә ошо күҙәтеүҙәргә йомғаҡ яһаясаҡбыҙ һәм бөгөн йәшәгән барлыҡ ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, балаларыбыҙ өсөн нисек яҡшы программалар эшләргә кәрәклеген тәҡдим итәсәкбеҙ”, – тип билдәләне Лида Исәргәкова.
“Өфө – битараф булмаған кешеләр ҡалаһы. Фекер алышыу өсөн төрлө темалар тәҡдим ителде. Территориаль йәмәғәт үҙидараһы үҫеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ - торлаҡ милекселәренең нигеҙ ташы. Баш ҡала халҡын борсоған мәсьәләләр исемлеге бик оҙон. Иң мөһиме – өфөләр үҙ ҡалаһын яҡшыртырға әҙер”, – тип билдәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн грант эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса бушлай консультациялар мөмкинлектәре тураһында БР Йәмәғәт палатаһы аппаратының “Ресурс үҙәге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының баш белгесе, Бөтә Рәсәй мәҙәниәт ирекмәндәре йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе, төбәктең Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы Лира Волкова хәбәр итте.
Фото: op.bashkortostan.ru.