Ултырыш эшендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин, республика Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Айбулат Хажин, Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, депутаттар, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хакимиәттең структур бүлексәләре, учреждениелар етәкселәре һәм башҡа саҡырылған кешеләр ҡатнашты.
Ултырышта депутаттар Ғафури районы муниципаль районы хакимиәте башлығын контракт буйынса тәғәйенләү мәсьәләһен ҡараны. Депутаттар советының бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Ғафури районы хакимиәте башлығы вазифаһына Венер Фәнир улы Вәхитов һайланды.
– Венер Фәнир улының һәр ҡарары район халҡы хаҡында хәстәрлеккә йүнәлтелер, тип ышанам. Сабырлыҡ, уңыштар, ҡыҙыҡлы пландар һәм уй-ниәттәр, Ғафури районы һәм республика мәнфәғәтендә уйланылған барлыҡ хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләйем, – тип уртаҡлашты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов.
Фото сығанағы: vk.com/ramilbadretdinov