Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Ноябрь , 22:34

Бер тәүлектә 10 миллион һум елгә осто...

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 18 мутлашыу осрағы теркәлгән. Яҡташтар кеҫәһенән 10 миллион һумдан ашыу аҡса юҡҡа сыҡҡан.

Бер тәүлектә 10 миллион һум елгә осто...
Бер тәүлектә 10 миллион һум елгә осто...

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 2-се полиция бүлегенә 53 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға үҙе эшләгән учреждениеның “етәксе урынбаҫары” шылтыратҡан һәм: “Енәйәтселәр һеҙҙең иҫәптән аҡса урлап маташа”, – тип хәбәр иткән. Артабан йәнәһе лә дәүләт учреждениеһы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар булған. Шуға күрә, енәйәтселәргә ышанып, ҡатын барлыҡ күрһәтмәләрҙе күндәм генә үтәгән. Ул енәйәтселәргә миллионға яҡын шәхси аҡса һәм миллиондан саҡ ҡына күберәк кредит аҡсаһы күсергән. Әммә мутлашыусылар был ғына етмәй, һәм улар ышаныусан ҡатынды фатирын һатырға, ә һатыуҙан килгән аҡсаларҙы банкоматтар аша үҙҙәре күрһәткән иҫәпкә күсерергә күндерә. Дөйөм зыян 4 миллион ярым һумдан ашыу тәшкил иткән.

Ә бына Учалы районында йәшәүсе иһә автомобиль һатып алған саҡта иғтибарһыҙ булған. Ул ниндәйҙер коммерция ойошмаһының һатыу буйынса менеджеры булып таныштырған билдәһеҙ ир менән бәйләнешкә ингән һәм ун көн буйына аралашыуын дауам иткән. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә бер ир вәғәҙә ителгән Япония автомобиле өсөн 2 миллион һум күсерергән. Һуңынан ялған һатыусы бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Ир полицияға ғариза яҙған.

Ҡыуанысҡа күрә, мутлыҡ тоҙағынан ҡотолоусылар ҙа бар. Өфө ҡалаһының Ленин районында йәшәгән пенсионерға кәрәҙле бәйләнеш операторы белгесенән шылтыратыу булған. “Сим-картағыҙ ғәмәлдән сығып бара”, – тип хәбәр итә ялған белгес һәм пенсионерға ниндәйҙер мутлашыусыларҙың уның иҫәбенән аҡса урларға теләүен белдерә. Һөҙөмтәлә ир кеше алданыуҙы иҫкәртеү маҡсатында кредит алғанын һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсергәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Миллион ярым һумлыҡ кредит алыуы һәм хатта таныш булмаған кешегә күсереп өлгөргөүе тураһында песионер күпмелер ваҡыттан һуң, банктан хәбәр килгәс кенә, аңлап ҡала. Ул шунда уҡ банкка шылтырата һәм хәлде аңлатып бирә. Банк хеҙмәткәрҙәре ирҙең мутлашыу ҡорбаны булыуын һәм аҡса күсереүҙе тиҙ арала туҡтатыуҙары хаҡында аңлата. Банк хеҙмәткәрҙәренең уяулығы оло кешене аяныслы хәлдән аралай.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: УЯУ БУЛЫҒЫҘ! Һеҙгә ҡарата законһыҙ операция яһау тураһында шикле шылтыратыу булған осраҡта, әңгәмәне өҙөргә кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша шәхси мәғлүмәтте, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдиме буйынса телефонға билдәһеҙ ҡушымталар ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсергәндә уяу булығыҙ, тикшерелгән сайттарҙы ғына файҙаланығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: