Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Ноябрь , 14:45

АҠШ-тың 47-се Президенты кем?

Ул үҙенең еңеүен “илебеҙҙең әлегә тиклем күрмәгән сәйәси еңеүе” тип атаны. 

АҠШ-тың 47-се Президенты кем?
АҠШ-тың 47-се Президенты кем?

Ул үҙенең еңеүен “илебеҙҙең әлегә күрмәгән сәйәси еңеүе” тип атап.

Бөгөн бөтә донъя күҙәткән сәйәси ваҡиға хәл ителде: Америкала Президент һайлауҙары үттеһәм яҡынса еңеүсе асыҡланды.

Дональд Трамп Америка Ҡушма Штаттары президентын һайлауҙа еңеүе тураһында иғлан итте. Ул үҙен Американың 47-се президенты тип атаны. Был хаҡта ул үҙе яҡлылар алдында сығыш яһағанда белдерҙе.

“Америка халҡына һайланған 47-се президенты һәм 45-се президентығыҙ булыу хөрмәте өсөн рәхмәт әйткем килә”, - тине ул һәм тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен “илебеҙҙең әлегә тиклем күрмәгән сәйәси еңеүе” тип атаны.

Быға тиклем Трамптың еңеүе тураһында Fox News каналы ла белдерҙе. Әйткәндәй, АҠШ-тың башҡа киң мәғлүмәт саралары һайлау тамамланыуы тураһында хәбә итмәй. Associated Press белдереүенсә, ул 267 тауыш йыйған, The New York Times шулай уҡ 267 тауыш тураһында яҙа, ә Reuters мәғлүмәттәре буйынса – 266. Еңеү өсөн 270 тауыш йыйыу кәрәк.

Әле Америка Ҡушма Штаттарында 47-се президентты һайлайҙар, ә Трамп үҙ ваҡытында (2017-2020) 45-се булды.

Сит ил лидерҙары уны еңеү менән ҡотлай башланы ла инде: быны тәүгеләрҙән булып Сальвадор башлығы эшләне. Шулай уҡ Белоруссия президенты Александр Лукашенко һәм Венгрия премьеры Виктор Орбан Трамптың еңеүе хаҡында белдерҙе.

Рәсәй өсөн был кандидаттың еңеүе файҙаға булырмы? Уныһын ваҡыт күрһәтер. Әлбиттә, Дональд Трамп һайлау алды кампанияһы барышында һуғышты бөтөрәм тигән яңғырауыҡлы һүҙҙәр әйтте. Тик һүҙендә торормы?

Фото: tribune.com.pk

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: