Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Ноябрь , 23:55

Республикалағы тотороҡлолоҡто ҡаҡшатырға маташтылар

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаһын ҡалдыра” тигән имеш-мимеште кем тарата? 

Республикалағы тотороҡлолоҡто ҡаҡшатырға маташтылар
Республикалағы тотороҡлолоҡто ҡаҡшатырға маташтылар

Уҙып барған аҙна республикала имеш-мимешкә бай булды. Һәр ваҡыттағыса был тәңгәлдә төрлө оппозиция баҫмалары һәм телеграм-каналдар кемуҙарҙан тырышты. Улар алдағы аҙналарҙа уҡ ҡалҡып сыҡҡан Салауат Юлаев һәйкәле темаһын дауам итте, ә аҙна һуңында “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаһын ҡалдыра” тигәндәре менән тулды. Шул уҡ ваҡытта көндәлек темалар ҙа етерлек булды.

Мәҫәлән, һәр саҡтағыса “Пруфы” баҫмаһы тикшерелмәгән мәғлүмәт таратыуын белде. Был юлы Ротенберг структуралары “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең бығаса "Рус водороды" компанияһы идаралығында булған федераль акциялар пакетын тартып алды, тип яҙҙылар. Йәнәһе лә, ошоға бәйле республика төп һәм ҙур предприятиеларҙың береһендә контролен юғалта. Әйҙәгеҙ, тикшерәйек.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан сода компанияһы акцияларының 100 проценты предприятиены хосусилаштырыу законһыҙ тип табылған суд ҡарары буйынса 2021 йылдың мартында "Росимущество" ҡарамағына күсте. Генпрокуратура 2020 йылдың авгусында Ҡуштау шиханындағы ваҡиғаларҙан һуң дәғүә белдергән ине. Һуңынан Владимир Путин Башҡортостан сода компанияһы акцияларының 38,3 процентын республикаға, 11,7 процентын + 1 акцияны республика контролендәге “Төбәк фонды” акционерҙар йәмғиәтенең мөҙҙәтһеҙ идаралығына тапшырҙы. Башҡортостанда бөтәһе – пакеттың 50 проценты + 1 акция.

Федераль акциялар пакетын һатыу менән бәйле хәл менән таныш сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға Башҡортостан сода компанияһы менән идара итеү мөмкинлектәре йәһәтенән бер нәмә лә үҙгәрмәй. Республикала шулай уҡ контроль пакет ҡала.

Оппозиционер Сәғит Исмәғилев шулай уҡ имеш-мимеш таратыуын дауам итә. Был юлы йәмәғәтсе үҙенең социаль селтәрендә Мәҙәниәт министрлығының һәйкәлдәрҙе реставрациялау өсөн лицензия алыуға ни бары яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтең һәм 150 мең һумдан алып аҡсаң булыуы етә, тип яҙа. Уныңса, һиндә ошолар булһа, лицензия алаһың һәм һәйкәлдәрҙе реставрациялайһың, теләһә ниндәй төбәк биләмәһендә эшләйһең һәм тендерҙа еңергә тырышып ҡарарға була. Исмәғилев фекеренсә, “һәр теләгән кеше” Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн подрядсыны һайлаған конкурста ҡатнаша ала.

Әкиәт кеүек. Тик был ысынбарлыҡҡа тура килмәй.

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы сайтында баҫылған мәғлүмәттәргә ярашлы, лицензияны мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау (ҡотҡарыу археологик баҫыу эштәренән тыш) һәм башҡа мәҙәни ҡиммәттәрҙе реставрациялау өлкәһендә аттестация үткән белгестәр генә алырға мөмкин.

Шулай уҡ компания штатында етәксе, уның урынбаҫарҙары, баш инженер, баш архитектор, эш башҡарыусы, лицензиялы эшмәкәрлек төрөн ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы бүлек етәксеһе һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр булырға тейеш. Улар барыһы ла лицензия биреүсе орган тарафынан билдәләнгән тәртиптә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау өлкәһендә аттестация үтергә тейеш. Эштәрҙе башҡарыу өсөн кәрәкле мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау өлкәһендә эш стажы һуңғы 10 йылда өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Бер ниндәй ҙә финанс талаптары күрһәтелмәгән, ә интернеттан алынған мәғлүмәтте мутлашыу тураһында ғариза менән полиция бүлектәренә йәки сайтты блоклау өсөн БР прокуратураһына ебәрә алаһығыҙ. Был фейк.

Азамат Ғәлин былтыр “Пруфы”ға Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле интервью биргәйне. Ул саҡта Ғәлин һәйкәлдең суйындан булыуына һәм металға тейешле анализ яһалмауына шикләнеүен белдерҙе. Быйыл йәмәғәтсе һәйкәлде ремонтлауға ҡарата асыҡ комментарий бирмәһә лә, “Пруфы” был комментарийҙарҙы үҙенең яңы мәҡәләләрендә ҡуллана. Шуға күрә “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы һәйкәлдең тышы мәсьәләһе буйынса асыҡлыҡ индерергә һәм, тикшеренеүҙәргә һылтанып, быға шиктәр уятырға булды.

Металл белгесе, фән кандидаты, металдан әҫәрҙәрҙе ғилми реставрациялау бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, рәссам-реставратор Ирина Равич Госниир белдереүенсә, һәйкәлде металографик тикшереү скульптураның бөтә өлгөләренең дә һоро ҡойоу суйындан эшләнеүен һәм бер структуралы булыуын күрһәткән. Ул графит эвтектикаһы һәм аустениттың беренсел дендриттары менән характерлана.

Һоро суйында айырым участкалар барлыҡҡа килтереүсе графит булыуын күрергә мөмкин. Был төрлө структуралар төрлө шарттарҙа иретелгән суйын кристаллашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һоро суйын ҡойоуға яҡшы, ләкин уларҙың көсһөҙ яғы – муртлығы.

Шулай итеп, “Пруфы” сығарған мәғлүмәт дөрөҫ түгел, ул көнүҙәк тә түгел. Был мәҡәләләр үҙҙәрендә бер ниндәй ҙә объективлыҡ һаҡламай, бындай контент республика халҡын яңылыштырыу өсөн булдырыла. "Пруфы" үҙҙәре баҫтырып сыҡҡан мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлау өсөн профилле ведомствоға һорау ебәрмәгән.

Телеграмм-каналдарҙың береһендә яраланған һалдат Ленар Йосоповҡа Октябрьскийҙа медицина ярҙамы күрһәтелмәүе хаҡында мәғлүмәт бар. Ир табиптарҙы яуапһыҙлыҡта һәм артабан дауаханаға һалыуҙан баш тартыуҙарында ғәйепләй.

“Фактчекинг по-башкирски” Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән бәйләнешкә инде һәм хәл тураһында тулыраҡ белде. Ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн планлы операциялар хәрби комиссариат һәм хәрби часть менән килешеү буйынса ғына үткәрелә. Ошо көндәрҙә пациент менән баш табип осрашҡан. Уға хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеү тәртибен аңлатҡандар һәм БР Хәрби комиссариатының хәрби-табип экспертизаһына ебәргәндәр. Унда яраланыуға һәм артабан оператив дауаланыуға бәйле отпускыны оҙайтыу тураһында мәсьәләләр хәл ителәсәк.

Сит ил агенты һәм хыянатсы Руслан Ғәббәсовтың* телеграмм-каналы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәренең командование эшмәкәрлеге арҡаһында подразделениела ауыр хәл тураһында видеомөрәжәғәт яҙҙырыуҙары тураһында хәбәр тарата.

Был мәғлүмәт – ялған! Видеояҙманың Башҡортостан хәрбиҙәренә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. “Башҡортостан” полкы командирының позывнойы “Пионер” түгел. Популяр сериалда әйтеүҙәренсә, уны “белгәндәр белә”. Өҫтәүенә башҡорт полкы Торск йүнәлешендә һуғышмай.

Һәм аҙнаның “мөһим” темаһы – Радий Хәбировтың вазифаһын ҡалдырыу тураһында таратылған мәғлүмәт буйынса. Был яңылыҡты һәр саҡтағыса экстремистар таратты.

Кремлдең губернаторҙарҙың отставкаһы айҡанлы кадрҙар ҡарары һәр саҡ кисекмәҫтән була һәм улар был хаҡта мутлашыусы Эдуард Мамашевҡа һәм сит ил агенты Руслан Ғәббәсовҡа* әйтеп тормайҙыр, моғайын.

Тәүҙә Радий Хәбировты “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләү отставка алдынан эшләнгән эш тип хәбәр тарттылар.

Ә ул көндө Владимир Путин “Валдай” форумында сығыш яһаны. Ғәҙәттә, субъект башлыҡтарын алмаштырғанда Рәсәй Президенты дәғүәсе менән шәхсән үҙе осраша һәм билдәле бер әҙерлекте күҙ уңында тота.

Сергей Кириенко ҡатнашлығындағы наградлау махсус хәрби операция шарттарында яңы биләмәләрҙә сәйәси тотороҡлоҡҡа тос өлөш индергән Рәсәй дәүләт эшмәкәрҙәренең эшмәкәрлеген баһалауға йүнәлтелде. Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары был йүнәлеште контролдә тота.

Бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән Эдуард Мамашевтың “Футляр для курая” тг-каналындағы яҙмаһы ошо “яңылыҡтың” тәүге сығанағы булды. Һуңынан улар хәҙер сит илдә йәшенгән экстремистар һәм сит ил агенттары – Руслан Ғәббәсов* һәм Руслан Сөләймән каналдарында барлыҡҡа килде.

Төп һөжүм тап ошо персонаждарҙың мәғлүмәт селтәрҙәренән булды. Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең терәк төбәге булған Башҡортостанды ҡаҡшатыу, доброволецтар йыйыу һәм МХО ғәскәрҙәренә ярҙам итеү буйынса пландарҙы өҙөү уларҙың төп бурысы булып тора.

Күп кенә блогерҙар һәм киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән “Пруфы” ошо тулҡынды күтәреп алды. Рәүфә Рәхимова һәм уның ресурстары сит илдәрҙәге дошмандарыбыҙҙың мәғлүмәти һөжүмдәрен яҡлау яҡлы булыуҙарын бер нисә тапҡыр раҫланы инде.

----------------------------

*Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: