Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә яңылыҡ билдәле булды: Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын ҡалдыра һәм иртәгәнән Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Максим Забелинды һөҙөмтәле һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
“Һеҙҙең кеүек кимәлдәге идарасы бөтә ерҙә лә талап ителә. Был эш ҡулығыҙҙан килер тип ышанам, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров. – Был һеҙҙең һуңғы тәғәйенләнешегеҙ һәм эш урыны түгел. Беҙ һәр ваҡыт хеҙмәттәш һәм дуҫ булып ҡалабыҙ”.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын уның беренсе урынбаҫары Азат Бадранов башҡарасаҡ.
“Эш дауам итергә тейеш, шуға күрә бөгөндән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа бурыстар йөкмәтелә. Эште ҡулығыҙға алығыҙ, беҙҙә бер ниндәй күсеү этаптары юҡ – алға барабыҙ һәм эшләйбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан халҡына рәхмәт әйтте һәм хушлашты.
“Башҡортостанда үткәрелгән алты йыл минең тормошомдоң мөһим өлөшөнә әүерелде. Был ваҡыт эсендә яңы дуҫтар табыу ғына түгел, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә лә тупланым. Башҡортостандың матурлығын, уның уникаль мәҙәниәтен һәм бай тарихын ихлас яраттым.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ышанысы һәм республика халҡының именлеге һәм сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итеү мөмкинлеге өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Был - минең өсөн бик мөһим тәжрибә, ул, һис шикһеҙ, киләсәктә кәрәк буласаҡ.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа һәм миңә ярҙам иткән, аҡыллы кәңәштәр менән бүлешкән, эштә ярҙам иткән барлыҡ коллегаларыма ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Башҡортостанда ғәжәйеп, изге күңелле кешеләр йәшәй һәм мин ошо дуҫ команданың өлөшө булыу мөмкинлеге менән ғорурланам.
Башҡортостан минең йөрәгемдә айырым урын алды, һәм мин үҙем менән иң йылы һәм яҡты иҫтәлектәрҙе генә алып китәм.
Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт!” – тип яҙҙы ул.
Фото: ufa.rbc.ru