Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Ринат Фәйзуллин Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Белешмә:
Фәйзуллин Ринат Таһир улы 1990 йылдың 20 октябрендә Өфөлә тыуған. Смоленск дәүләт физик культура һәм туризм академияһын, Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 2009 йылда Өфө ҡалаһының 4-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә спортсы-инструктор, фехтование буйынса тренер-уҡытыусы булып башлай.
2012-2014 йылдарҙа – Өфөнөң 19-сы олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы.
2017-2018 йылдарҙа – “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте” юрисконсульты.
2018-2020 йылдарҙа – Өфө ҡалаһын таҙартыу буйынса “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһының килешеүҙәр бүлеге етәксеһе, директорҙың файҙаланыу буйынса урынбаҫары.
2020 йылда – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ойоштороу-контроль идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2020-2022 йылдарҙа – Өфө ҡалаһын таҙартыу буйынса “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы директорының үҫеш буйынса урынбаҫары.
2022 йылда – Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе урынбаҫары.
2022-2024 йылдарҙа – Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.