Өфөнөң Совет район суды ”Защита” адвокаттар коллегияһы адвокаты Илдар Фәйзуллинды һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Уны айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләйҙәр.
Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Илдар Фәйзуллин үҙенең яҡланыусыһына Октябрьский ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура һәм суд хеҙмәткәрҙәрен һатып алырға тәҡдим итә. Йәнәһе, юрист иркенән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған хөкөм тураһында килешә ала.
Ришүәт сифатында ул үҙенең клиентынан 2,25 миллион һум ала. Әммә алынған аҡсаны хоҡуҡ һаҡлау органдары, шул иҫәптән прокуратура һәм суд чиновниктарына тапшырмай һәм уларҙы үҙенсә тотона.
Хәҙер был адвокаттың үҙен кем яҡлар икән?
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/rb_russia/23342.