Бөгөн, 16 ноябрҙә, Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев һәм Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның төбәк бүлексәһе конференцияһын асыуҙа ҡатнашты.
Владимир Якушев «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһе эшен юғары баһаланы.
- Миҙгел йомғаҡтары, йәғни ил Президентын, республика Башлығын, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм урындағы үҙидара органдары депутаттарын һайлау йомғаҡтарынан күренеүенсә, тауыш биреү һәм партия вәкиллеге һөҙөмтәләре буйынса тарихи максимумға өлгәшелде. Эшегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Владимир Якушев. - Шулай уҡ республикала Юғары партия мәктәбе филиалы эшләй башлай. Ул – төбәк өсөн кадрҙар әҙерләүҙә яңы алым.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның республика халҡы мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эшмәкәрлек итеүен билдәләне.
– Беҙҙең бөтә эштәр, проекттар, башланғыстар илдең иҡтисадын, уның оборона ҡеүәтен нығытыуға, яугирҙәргә алғы һыҙыҡта ярҙам итеүгә, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, һайлаусыларҙың наказдарын үтәүгә йүнәлтелгән, - тине Радий Хәбиров. - Партия «халыҡ менән бергә булырға», «кешеләрҙе ишетергә һәм тыңларға» принциптары буйынса эшләй. Урындағы бүлексәләрҙең эшмәкәрлеген көсәйттек. Уларҙың ролен артабан да арттырасаҡбыҙ. Беренсел ойошмаларҙың төбәк советын ойошторҙоҡ. Уның һөҙөмтәле эшенә иҫәп тотабыҙ.
Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең 3261 беренсел бүлексәһе эшләй. Улар 114 376 партия ағзаһын берләштерә. Июндә Өфөлә бөтә республиканан 4 500 партия ағзаһын йыйған форум үтте.
2025 йыл төбәк бүлексәһе өсөн Урындағы сәйәси советтар йылы була, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: glavarb.ru