“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференция үткәрҙе. Унда партияның Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев ҡатнашты.
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһы булды.
- Башҡортостан бүлексәһендә 2025 йыл Урындағы сәйәси советтар йылы итеп иғлан ителәсәк. Бындай советтар партия командаһын йыйыу нөктәһенә әйләнәсәк. Был бөгөн көнүҙәк. Улар урындарҙа эште ойоштороу өсөн төп майҙансыҡ булырға тейеш. Был эште сифатлыраҡ атҡарыу мөмкинелеген бирәсәк, - тине ул.
Владимир Якушев республикала юғары партия мәктәбенең филиалы эшләй башлаясағы тураһында хәтергә төшөрҙө. Был – төбәк өсөн кадрҙар әҙерләүҙә яңы алым. Көн үҙәгендә шулай уҡ – партияның халыҡ программаһы мәсьәләләрен хәл итеү.
- Был махсус хәрби операция менән бәйле: хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, социаль яҡлау. Технологик суверенитет мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгенән төшмәй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров партияның барлыҡ башланғыстарының, проекттарының ил иҡтисадын, уның оборона ҡеүәтен нығытыуға, махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә ярҙам итеүгә, кешеләрҙең тормошон яҡштыртыуға йүнәлтеүе хаҡында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ, 15 - 17 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында "Zа самбо" федераль проектына ярашлы форум бара.
2022 йылдың 16 ноябренән Бөтә Рәсәй самбо көнө билдәләнә. Ул “Берҙәм Рәсәй” башланғысы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин булдырғайны.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты