Сираттағы аҙна артта ҡалып килә. Һәр ваҡыттағыса республикалағы барлыҡ ыңғай эштәрҙән, ғөмүмән тормоштан кире яҡтар эҙләүсе оппозиция баҫмалары йоҡламай. Әл дә уларҙы фашлаусылар бар. Мәҫәлән, “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был йәһәттән әүҙем эшләй. Шулай итеп, был аҙнала ниндәй фейк-хәбәрҙәр булды?
“Пруфы” баҫмаһының телеграм-каналдарының береһендә автобустарҙа түләү буйынса мәғлүмәт баҫылды. Уларҙың яҙыуынса, бер ай элек автобустарҙа СБП QR-коды буйынса түләү мөмкин була тинеләр ҙә, тик система эшләп китмәне. Пассажирҙар түләргә тырышҡанда хата сығып тик тора.
Был хәл ҡала яны маршрутына ҡараған 110-сы маршрутта теркәлгән. Куар-код буйынса түләү әлегә ҡала автобустарында ғына ғәмәлдә, сөнки баш ҡала транспортында тариф билдәләнгән, ә ҡала яны поездарында юл йөрөү хаҡы сәфәр алыҫлығына бәйле. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Милли банкынан хәбәр иттеләр.
СБП буйынса түләүҙәр мөмкин тигән ҡағыҙ автобус ҡала маршруты буйынса йөрөгән осорҙан ҡалған. Һуңынан уны ҡала яны маршрутына оператив алмаштырырға ебәрәләр. Һәр саҡтағыса, ни бары мәғлүмәтте аҙағына тиклем тикшереү генә кәрәк ине, ә бер осраҡ тураһында ишетеү менән нимә лә булһа яҙа һалырға түгел.
Мәғлүмәт майҙанында “Пруфы”нан Баймаҡтағы сәйәси көрсөктә чиновниктар ғына ғәйепле тигән раҫлауҙар яңғыраны. Ләкин бындай белдереүҙәре факттарға ҡаршы килә. Беҙ бер нисә тапҡыр тап Рәүфә Рәхимова кешеләрҙе Баймаҡтағы сыуалыштарға сығырға саҡырып хәлде киҫкенләштереүе тураһында белдергәйнек инде. Интернет быны иҫләй.
Бөгөн Рәүфә Рәхимова һәм уның яҡлылар Башҡортостандың Урал аръяғында власть институттарына ышанысты ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән деструктив эшмәкәрлеген дауам итә. Әлеге ваҡытта улар бер ниндәй дәлилһеҙ Баймаҡ районына яңы хакимиәт башлығын көсләп тағыуҙары тураһында миф булдырырға маташа.
“Пруфы” редакцияһының деструктив эшмәкәрлеге бынан алдағы йылдарҙа ла алып барыла, был Баймаҡ ваҡиғаларын үҙҙәренә кәрәккәнсә яҡтыртыуға һәм Рәүфә Рәхимованы күмәк сыуалыштарҙа ҡатнашырға саҡырыуына килтерә. Ялған саҡырыуға эйәргән 80 ҡатнашыусы ҡулға алынды. Уларҙың береһе, Үләбаев, күмәк сыуалыштарҙа ҡатнашыуҙа һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренә көс ҡулланыуҙа үҙ ғәйебен таныны, шуның өсөн дөйөм режимлы колонияла 5 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Генпрокуратура Баймаҡта уҙасаҡ сарала ҡатнашырға саҡырған посын блоклағас, Рәхимова уны юҡ итте һәм “Бәйләнештә”ге сәхифәһен тулыһынса япты. Шул рәүешле ул эҙҙәрен юҡ итергә маташты.
Аҙна уртаһында Баймаҡ районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде. Уның өсөн депутаттар берҙәм тауыш бирҙе. Бары тик “Пруфы”ның хыялдарында ғына бөтәһе лә башҡаса ине. Улар яҙыуынса, унда ҡот осҡос күренеш булған.
Баҫма фекеренсә, депутаттар менән башлыҡ хакимиәте яғынан "аңлатыу эше" алып барылған, һәм уларҙы берҙәм тауыш бирергә мәжбүр иткәндәр. Әлбиттә, был турала һөйләгән бер аргумент та килтермәй. Ә бына депутаттар, Иҙрисов яңы кеше түгел, тип билдәләй. Район уның өсөн таныш – әсәһе Баймаҡ районында үҫкән, һәм унда Иҙрисов бала сағын үткәргән.
Азамат Иҙрисов күптән үҙен ышаныслы кеше һәм идарасы итеп танытты. Ул һуңғы ике йылда сыҡмай тиерлек ЛНР-ҙа, Донбасста эшләгән. Петровское ауылында Шайморатов исемендәге мәктәпте тергеҙеүҙә ҡатнашҡан.
Уның биографияһы Баймаҡ халҡы өсөн асыҡ: ул Башҡорт дәүләт университетында юрист һөнәрен алған, бизнеста ла, власть органдарында ла етәксе вазифаларҙа эшләгән. Ул бөтә нескәлектәрҙе лә күрә белә, шуға күрә Баймаҡ районында район башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы булып үҙ эшмәкәрлеген башлай.
Уҙған көндәрҙә “Пруфы”ла Баймаҡ районының Байым ауылында урындағы халыҡтың ҡар таҙартыу өсөн үҙҙәре яуап бирергә мәжбүр булыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә ауыл халҡы техникаға аҡса йыя.
“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы Ниғәмәт ауыл советы менән бәйләнешкә ингән һәм ауыл юлдарын таҙартыуға средстволарҙың бүленеүен белгән. Урындағы халыҡ хеҙмәтләндереү килешеүенә инмәгән участкаларҙы, мәҫәлән, йорт яны биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу өсөн үҙ теләге менән аҡса йыйған.
“Пруфы” сираттағы тапҡыр буш урында "эксклюзив" эшләп маташты.
Был баҫманың йәнә бер “экспертлы тикшеренеүе” республикала 2024 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса дәүләт программаларын үтәү барышына ҡағылды. Яҙмаларында улар дәүләт программалары насар үтәлә, аҡса теләкһеҙ генә үҙләштерелә, ә ҡайһы берҙәре буйынса бөтөнләй тауыш та тын да юҡ тип “борсолоу” белдерҙе. Ләкин һәр, ваҡыттағыса, был анализда хәлде аңлау етмәй.
Башҡортостан Хөкүмәте раҫлаған яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, дәүләт программаларының үтәлеше йыл йомғаҡтары буйынса ғына баһалана, сөнки план күрһәткестәре квартал һайын бүленмәйенсә формалаша. Был дүртенсе квартал тамамланғас ҡына ҡаҙаныштарға объектив баһа бирергә мөмкин тигәнде аңлата.
Бынан тыш, программаларҙы үтәү тураһында мәғлүмәттәр йыш ҡына һуңлап килә, был да уларҙың аралаш этаптарында һөҙөмтәлелегенә анализ яһауҙы ҡыйынлаштыра. Шуны ла билдәләргә кәрәк, финанслауҙы үҙләштереү йыл дауамында тигеҙ бүленмәгән, һәм тулыһынса финанс йыл аҙағында ғына үҙләштереү көтөлә.
Шул рәүешле, дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыу торошо тураһында һығымталар яҡынса мәғлүмәттәр буйынса түгел, ә йыл йомғаҡтары нигеҙендә генә яһалырға мөмкин. Әммә “Пруфы”лар, бешкәнен көтөп тормайынса, борщтың тәмен баһаларға булған.
Оппозицияға ҡараған телеграм-каналдарҙың береһендә Кушнаренколағы ауыл хужалығы колледжы студенттарының урам бәҙрәфтәре менән даими файҙаланырға мәжбүр булыуы хаҡында мәғлүмәт урынлаштырылды. Яңылыҡ шуға ҡайтып ҡала: уҡыусыларҙың уңайлы шарттары юҡ, улар көн һайын өшөп, урамға йүгерә.
Әлеге ваҡытта Кушнаренкола “Таҙа һыу” программаһы буйынса һыу үткәргес алмаштырыла. Шуға бәйле бер нисә сәғәттән алып бер нисә көнгә тиклем һыуҙы һүндерәләр. Был колледжға ғына түгел, бөтә ауылға ҡағыла. Кушнаренко районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ муниципаль унитар предприятиеһы һыуҙы туҡтатыр алдынан халыҡты ошо хаҡта иҫкәртә. Колледж етәкселеге һәм уҡытыусылар студенттарға линейкала, шулай уҡ дөйөм ятаҡтағы йыйылыштарҙа мәғлүмәт еткерә.
Шулай итеп, уҡыусылар урам бәҙрәфтәренә һыу һүндерелгән көндәрҙә генә йөрөй. Ә коллегаларға мәғлүмәт бирер алдынан уны ентекләп тикшерергә тәҡдим итәбеҙ.
Йәмәғәтсе Сәғит Исмәғилев әле һаман Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялау кәрәкме-юҡмы тигән мәсьәләлә яңылышыуын дауам итә.
Исмәғилев тәүге тапҡыр ғына Күҙәтеү советы составына иғтибар итмәй. Ул унда “тик яҙыусылар, журналистар һәм филологтар” эләгеүенә ризаһыҙлығын белдерә. Әммә был улай түгел. Беҙ был хаҡта яҙғайныҡ та, тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрәйек. Салауат Щербаков – билдәле скульптор, Аҡтуғанов – РФ Мәҙәниәт министрлығында аттестацияланған конструктор, “Архтамға” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры, Ғәйнуллин һәм Лебедев, РФ Мәҙәниәт министрлығының аттестацияланған эксперттары, Мәүлимшина – БР буйынса Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте директоры, Сәхибгәрәев - Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы, Семенов - техник фәндәр кандидаты. Эксперттар исемлеген ентекләберәк өйрәнегеҙ.
Исмәғилев һәйкәлгә реконструкция талап ителеүенә һаман ышанмай. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының лицензияһы булған, һуңынан Мәҙәниәт министрлығы аттестациялаған белгестәр экспертиза үткәргән, улар бер тауыштан һәйкәлдең насар торошо тураһында вердикт сығарған. Баш дәүләт экспертизаһы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса проект документацияһын тулыһынса раҫларға тейеш.
Йәмәғәтсе ни өсөн 2018 йылда Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы сара күрмәгән һәм һәйкәл коррозияға ҡаршы саралар менән эшкәртелмәгән тигән һорау бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул йылдарҙа һәйкәл хужаһына – Өфө хакимиәтенә – һәйкәлде тейешенсә ҡарамаған өсөн штраф һалына. Әммә шул саҡта уҡ коррозияға ҡаршы эшкәртеү иҫтәлекле урынды ҡотҡармаҫ ине. Мэрия проект документацияһын әҙерләй башланы, уның барышында һәйкәлгә глобаль реставрация талап ителеүе асыҡланды.