Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығының Өфө район-ара тәфтиш бүлеге йыйған дәлилдәр суд тарафынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегенең патруль-пост хеҙмәте полицияһының ике элекке хеҙмәткәренә хөкөм сығарыу өсөн етерлек тип таныла. Улар РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 5-се өлөшөнөң “а” пунктында ҡаралған енәйәттәрҙә (ришүәт алыу) ғәйепле тип табыла.
Тикшереү күрһәтеүенсә, фигуранттар, 2022 – 2023 йылдарҙа тағы бер хеҙмәттәштәре менән бер төркөмдә эш итеп, мигранттар араһынан төҙөүселәр бригадиры булған Үзбәкстан Республикаһы гражданынан миграция ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланған осраҡта сит ил хеҙмәткәрҙәрен административ яуаплылыҡҡа тарттырмағаны өсөн ришүәт алған. Ришүәт суммаһы 3 меңдән 17 мең һумға тиклем булған.
Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш транспорт сараларын идара итеү өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылмаған өсөн өс водителдән ришүәт алған.
Енәйәт осраҡтары ведомствоның үҙ именлек бүлексәһенең оператив-эҙләү саралары барышында асыҡланды.
Суд элекке полиция хеҙмәткәрҙәрен туғыҙ һәм һигеҙ йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына хөкөм итә, дүрт йыл ярым һәм биш йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдарында вазифа биләү хоҡуғынан мәхрүм итә. Улар суд залында һаҡ аҫтына алынған.
Бынан тыш, хөкөм ителгәндәрҙән ришүәт сифатында алынған 50 мең һумдан ашыу аҡса тартып алына.
Әле хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
Енәйәт эшенең өсөнсө фигуранты бынан алда ете йылға иркенән мәхрүм ителә, ул был мөҙҙәтте ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.
Фото: СУ СК России по Башкортостану