Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ноябрь , 15:15

Өфөлә ҙур һәм мөһим сара үтәсәк

Унда өс меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. 

Өфөлә ҙур һәм мөһим сара үтәсәк
Өфөлә ҙур һәм мөһим сара үтәсәк

26 ноябрҙән 27-һенә тиклем Өфөнөң Көрәш һарайында үтәсәк ХХ Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына өс меңдән ашыу кеше киләсәк. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов хәбәр итте.

“30 төбәктән делегациялар көтәбеҙ. Алты делегацияны губернаторҙар үҙҙәре етәкләй”, - тине ул.

Күләмле форумды ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Ҡаҙағстандың Сауҙа һәм интеграция министрлығы сығыш яһай.

Форум йыл һайын ике илдең иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрен үҫтереү өсөн уҙғарыла. Унда бизнес, фәнни һәм йәмәғәт даирәләре вәкилдәре, министрлыҡтар етәкселәре, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм Ҡаҙағстан төбәктәре башлыҡтары ҡатнаша.

Сарала ҡатнашыусыларҙы бай эшлекле һәм мәҙәни программа көтә. Ике көн дауамында Рәсәй һәмҠаҙағстан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек потенциалын тормошҡа ашырыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм ике илдең сәнәғәт кооперацияһы мөмкинлектәрен киңәйтеү темаһына фекер алышыуҙар уҙасаҡ.

Форумдың эшлекле программаһын дауам итеп, төп майҙансыҡ алдындағы урамда Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең ҙур габаритлы машиналар эшләү техникаһы экспозицияһы, шулай уҡ халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ эшлекле осрашыуҙар көтөлә, бында Башҡортостан үҙенең инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтә. Йәштәр өсөн “Рәсәй һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ перспективалары” форумы ойошторола. Бынан тыш, күп һанлы мәҙәни, спорт саралары ҡаралған, гастрономик фестиваль үтәсәк.

– Был – 2024 йылғы мөһим сараларҙың береһе, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Бөтә коллегаларығыҙҙан яҡшы эшләүҙәрен һорайым. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: