Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Ноябрь 2024, 06:50

Ҡаҙағстандан рәсми ҡунаҡтар килде

Делегация вәкилдәрен бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә.

Ҡаҙағстандан рәсми ҡунаҡтар килдеҠаҙағстандан рәсми ҡунаҡтар килде
Ҡаҙағстандан рәсми ҡунаҡтар килде

27 ноябрҙә Өфөгә рәсми визит менән Премьер-министр урынбаҫары – Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Галымжан Койшыбаев, Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Аҡымы Йәрмәк Кошербаев, Кустанай өлкәһе Аҡымы Кумар Аксакалов, Павлодар өлкәһе Аҡымы Асаин Байханов һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Аҡымы Ғәүез Нурмөхәмбәтов килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында делегацияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Баш ҡалабыҙҙа Галымжан Койшыбаев һәм өлкә етәкселәре Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сараларында ҡатнашасаҡ.

Визит сиктәрендә делегация вәкилдәренең республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың халыҡ художество кәсептәре һәм уртаҡ проекттар экспозицияларын, шулай уҡ бер нисә социаль һәм мәҙәни объектты ҡарау планлаштырылған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас