Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Ноябрь 2024, 17:00

Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

27 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Ғәлимйән Ҡойшыбаев менән бергә ике дәүләттең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡараны.

Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйәХеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

Халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 10 төбәгенән – Мәскәүҙән, Мари Иленән, Дағстандан һәм Удмурт республикаларынан, Һарытау, Ырымбур, Төмән, Омск һәм Ульяновск өлкәләренән 60 ойошма үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Башҡортостанда 20 кәсепсе ҡатнашты. Оҫталар дизайнер кейеме һәм аксессуарҙар күргәҙмәһен әҙерләне, шулай уҡ килеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.

Байрам ҡунаҡтарына кейеҙ баҫыу, күн әйберҙәр эшләү, туҡыу, халыҡтарҙың сигеү, һауыт-һабаға биҙәктәр төшөрөү, ағас һырлау, көршәк яһау, сүкеү, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, шулай уҡ милли кейемдәр эшләү кеүек кәсептәрҙе күрһәттеләр.

Дмитрий Патрушев, Ғәлимйан Ҡойшыбаев һәм Радий Хәбиров шулай уҡ “Эшлекле бәйләнештәр биржаһы”нда булды. Бында агросәнәғәт комплексынан һәм сәнәғәттән алып креатив индустрияға тиклем төрлө тармаҡ компаниялары вәкилдәре эшләй. Билдәләп үтергә кәрәк, күҙгә-күҙ һөйләшеүҙәрҙә ике ил бизнес-берләшмәләре вәкилдәренең 500-ҙән ашыу осрашыуы уҙҙы, килешеүҙәр төҙөү өсөн нигеҙ һалынды.

Берлектәге проекттар күргәҙмәһендә абруйлы ҡунаҡтарҙы Сибай – Подольск – Новорудная тимер юлын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙылар. Ул логистиканы ярайһы уҡ кәметергә һәм Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәген Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Ҡытай менән тоташтырырға мөмкинлек бирәсәк.

Шулай уҡ форум ҡунаҡтары Рәсәй һәм Ҡаҙағстан дизайнерҙарының милли һәм заманса стилдә тегелгән “Быуаттар аша йолалар” кейем коллекциялары менән танышты.

Башҡортостан оҫталары ла ситтә ҡалманы – Zulfiya Galim, “Миңзифа”, Sarbi һәм “Салауат” ательелары ҡатнашты. Рәсәй кейеме брендтарын Роман Пестов һәм Алина Воронова күрһәтте. Тамашасыларға Айҙархан Калиев, Айжан Беккулова һәм Ҡарлығаш Ҡосбаева үҙ эштәрен күрһәтте.

Журналистар менән аралашҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне.

– Хеҙмәттәшлек буйынса бөтә пландарыбыҙ юл картаһында нығытылған, унда 130-лап пункт бар. Ул иҡтисад, мәҙәниәт, фән өлкәләрен үҙ эсенә ала. Сәнәғәт кооперацияһы темаһын ныҡышмалы үҫтерәбеҙ. Беҙҙең дүрт ҙур компания, шул иҫәптән “Медстальконструкция”, “Урал пружина заводы” Ҡаҙағстанда үҙ предприятиеларын төҙөй башланы ла инде. Ә Башҡортостанда ҡаҙаҡ компанияларының туғыҙ ҙур вәкиллеге эшләй. Бурысыбыҙ – бизнес өсөн үҙ-ара бәйләнеште нығытыу, - тип аңлатты Радий Хәбиров. – Форумдың төп ваҡиғаларының береһе – Рәсәй һәм Ҡаҙағстан президенттары ҡатнашлығындағы пленар ултырыш. Нәҡ дәүләт башлыҡтары төп йүнәлеш бирә һәм беҙҙең нимә менән шөғөлләнергә тейешлегебеҙҙе билдәләй. Был егерменсе форум, шуға күрә яңы бурыстарҙы ишетербеҙ, тип уйлайым.

Фото: glavarb.ru 

Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас