27 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Быйыл ул ике илдең сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек потенциалын тормошҡа ашырыуға арналған. Видеоэлемтә режимында ултырышта ике дәүләт башлыҡтары Владимир Путин һәм Ҡасым-Жомарт Токаев сығыш яһаны.
Рәсәй Президенты Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарылған форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
- Төбәк бәйләнештәре ысынлап та мөһим әһәмиәткә эйә, асылда, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең тотороҡло үҫеше өсөн нигеҙ булып тора. Һуңғы ваҡытта Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәктәре форумдарының юғары кимәлдәге визиттар менән бер үк ваҡытта уҙғарылыуы ла аңлашыла, - тине Владимир Путин. – Өфөлә Рәсәй Федерацияһының 30 субъекты һәм Ҡаҙағстандың 13 өлкәһе, йәғни ике яҡлы партнерлыҡ бәйләнештәрен киңәйтеү буйынса ғәмәли эшмәкәрлеккә әүҙем йәлеп ителгән төбәктәр вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусыларҙың аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә, яңы проекттар эҙләүгә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға берҙәм ҡарашы мөһим. Был хаҡта, атап әйткәндә, төбәк-ара килешеүҙәр һәм меморандумдар, коммерция контракттары пакеты һөйләй.
***
Ҡаҙағстан Президенты ике дәүләттең хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм форумда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне.
- Форумдың йылдам үҫешкән иҡтисады һәм бай мәҙәни мираҫы булған уникаль ҡалала уҙғарылыуы символик мәғәнәгә эйә. Ике тиҫтә йыл эсендә форум һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнде, унда илдәребеҙ араһында стратегик партнерлыҡты нығытыу маҡсаты ҡуйылған. Сауҙа-иҡтисад һәм инвестиция өлкәләрендә, сәнәғәт кооперацияһындағы хеҙмәттәшлек тотороҡло үҫеш динамикаһын күрһәтә, – тине Ҡасым-Жомарт Токаев. - Бөгөнгө форум ике илдең үҙ-ара файҙалы һәм тиң хоҡуҡлы партнерлыҡ принциптары нигеҙендә сауҙа-иҡтисади кооперацияһын үҫтереүгә яңы килешеүҙәр өсөн башланғыс булыр, тип ышанам. Ә форум сиктәрендә ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең ҙур пакеты һәм һөйләшелгән аныҡ башланғыстар төбәк-ара кооперацияның ҙур потенциалын асып ҡына ҡалмаясаҡ, ә илебеҙ иҡтисады үҫешенә ҡеүәтле этәргес бирәсәк.
***
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үҙенең сығышында, Ҡаҙағстан менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү сиктәрендә иҫәп-хисаптарҙың 80 проценттан ашыуы ике илдең милли валюталарында башҡарыла, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Евразия иҡтисади союзы сиктәрендә эште дауам итеү партнерлыҡты артабан нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Премьер-министр урынбаҫары – Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Ғәлимйән Ҡойшыбаев, Өфөлә барған Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ике илдең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыуҙа мөһим этап булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты вице-премьер Етәксеһе шулай уҡ компаниялар араһында оҙайлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу менән ҡыҙыҡһынған бизнес-берләшмә вәкилдәренең форумда әүҙем ҡатнашыуына иғтибар итте. Уңышлы тормошҡа ашырылған берлектәге проекттар миҫалы итеп Ғәлимйән Ҡойшыбаев Ҡустанайҙа производство төҙөлөшө буйынса башланғысты атаны.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында республиканың Ҡаҙағстан төбәктәре менән үҙ-ара эш итеүен нығытыу буйынса эштең төп һөҙөмтәләрен билдәләне. “Ҡаҙағстан - Башҡортостандың мөһим партнерҙарының береһе, республикабыҙ тауар әйләнешенең ундан бер өлөшө уға тура килә. Һуңғы дүрт йылда беҙҙең арала тауар әйләнеше бик яҡшы үҫеш күрһәтте - 65 процент. Был йәһәттән машиналар эшләү һәм нефть химияһы производствоһы төп тармаҡтар булып тора. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан предприятиеларының технологик компетенцияларының үҙ-ара тулыланыуы кооперация өсөн яҡшы нигеҙ булдыра”, – тине төбәк етәксеһе.
***
Пленар ултырыш аҙағында форум сиктәрендә ҡул ҡуйылған документтар менән алмашыу тантанаһы үтте. Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев һәм Премьер-министр урынбаҫары – Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Ғәлимйән Ҡойшыбаев ҡатнашлығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡтүбә өлкәһе Башлығы Әсхәт Шахаров һәм Ҡустанай өлкәһе Башлығы Кумар Аксакалов менән хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы меморандумдар менән алмашты. Башҡа ҡул ҡуйылған документтар иҫәбендә – Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Ҡаҙағстан Республикаһының «Атамекен» милли эшҡыуарҙар палатаһы араһындағы килешеү. Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/186548.html