Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона бюджет ҡабул итте. Закон проектын депутаттарға республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская тәҡдим итте.
Тәҡдим ителгән бюджет проекты яҡынса 324 миллиард һум күләмендә килем өлөшөн, 328 миллиард һум күләмендә сығым өлөшөн күҙ уңында тота. Дүрт миллиард һум күләмендәге дефицит тулыһынса финанслау сығанаҡтары менән тәьмин ителгән. Был – тәүге вариант, икенсе уҡыуға дәүмәл федераль бюджеттан керемдәрҙе иҫәпкә алып төҙәтеләсәк, бюджет декабрҙә тулыһынса ҡабул ителәсәк.
Иҡтисадтағы ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, республика бөтә социаль йөкләмәләрҙе һәм ярҙам сараларын һаҡлап ҡала. Сығымдарҙың иң ҙур йүнәлештәре булып элеккесә мәғариф (90 миллиард һум), милли иҡтисад (65,84 миллиард һум), социаль сәйәсәт (69 миллиард) һәм медицина (35,6 миллиард һум) ҡала. Был – бөтә сығымдарҙың 80 проценты.
Бынан тыш, бюджет проектында төбәк инфраструктураһын үҫтереүгә һәм уға ярҙам итеүгә, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға, иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарының фәнни-технологик үҫешен тәьмин итеүгә баҫым яһалды.
Республиканың финанс сәйәсәте баланслы булып ҡала, ә бурыс тотороҡлолоғо кимәле юғары, йәғни республика үҙ бурыстарын түләп килә һәм түләйәсәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡорлтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат ХАЖИН Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм мәғарифты үҫтереүгә 2025-2027 йылдарға бюджет проектында федераль бюджеттан ниндәй саралар ҡаралыуы тураһында һөйләне:
– “Федераль бюджет тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, 2025 йылға мәҙәниәт тармағын үҫтереүгә федераль бюджеттан 415,9 миллион һум ҡаралған, был 2024 йыл менән сағыштырғанда өс процентҡа күберәк (403,8 миллион һум). Шул уҡ ваҡытта финанслауҙың яңы йүнәлештәрен билдәләргә кәрәк:
– төбәк һәм муниципаль китапханаларҙы яңыртыу;
– төбәк һәм муниципаль филармонияларҙы ремонтлау һәм матди-техник яҡтан йыһазландырыу;
– 300 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙағы төбәк һәм муниципаль театрҙарҙы йыһазландырыу.
Бынан тыш, беренсе тапҡыр, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың ҡушыуы буйынса, федераль бюджеттан 2025 йылға Рәсәй төбәктәренең 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарына йәшәргә килгән мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам ҡаралған. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын тормошҡа ашырыуға дөйөм сумма, республика бюджетынан берлектә финанслауҙы иҫәпкә алып, 44 миллион һум тәшкил итәсәк.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указын үтәү маҡсатында “Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары тураһында 2030 йылға тиклемге осорға һәм 2036 йылға тиклемге перспективаға” тәүге тапҡыр дөйөм суммаһы 864,5 миллион һумлыҡ 16 балалар баҡсаһы бинаһын (2025 йылда – ике бина, 2026 йылда – алты бина, 2027 йылда – һигеҙ бина) һәм ете урта профессиональ белем биреү учреждениеһының уҡыу корпустары һәм ятаҡтары биналарын үҙгәртеү өсөн дөйөм суммаһы 622,1 миллион һумлыҡ (2025 йылда – ике объект, 2026 йылда – биш объект) капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыуға аҡса ҡаралған. Шулай уҡ тәүге тапҡыр “Иң яҡшыһы – балаларға” федераль проекты сиктәрендә 2025 йылға предмет кабинеттарын йыһазландырыуға 123,7 миллион һум ҡаралған (республика бюджетынан берлектә финанслауҙы иҫәпкә алып).
Валерий Любин фотоһы.