Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туризм өлкәһе хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырылды. Награда юғары профессиональ оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн тапшырыла. Закон Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде.
Шулай итеп, хәҙер туризм өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең дә хеҙмәте лайыҡлы баһаланасаҡ. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда был тармаҡҡа иғтибар артты. Төбәк етәкселеге туризмдың үҫеше төп йүнәлештәренең береһе булыуын танып, был тармаҡҡа ярҙам итә - туристик объекттарға юлдар төҙөлә һәм ремонтлана, навигация инфраструктураһы, популяр ял итеү урындары төҙөкләндерелә, шулай уҡ республика буйынса тематик фестивалдәр ойошторола.
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Башҡортостанда "Башҡортостанда оҙон ғүмер", мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары эшләй башланы. Шуныһы һөйөнөслө, Башҡортостан – илебеҙҙә эске туризмды күтәреү йәһәтенән алдынғылар исемлегендә, республикабыҙға туристар ағымы артҡан. Шулай уҡ был тармаҡта эшләгәндәргә маҡтаулы исем булдырыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.