Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Декабрь 2024, 18:30

Дүрт сәғәттән ашыу барҙы

Бәйләнеш аҙағында Радий Фәрит улы инвалид баланың хыялын тормошҡа ашырырға вәғәҙә бирҙе. 

Дүрт сәғәттән ашыу барҙыДүрт сәғәттән ашыу барҙы
Дүрт сәғәттән ашыу барҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура эфир әлеге минуттарҙа тамамланып тора. Быйыл ул дүрт сәғәт тә 13 минут барҙы. Уға бөтәһе 8714 һорау килгән. Уларҙың 65-е тура эфирҙа яңғыраны. Башлыҡ әйтеүенсә, килгән һорауҙарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тейешле ведомстволарға үтәү өсөн йүнәлтеләсәк.

– Кешеләрҙең мөрәжәғәттәре йыл һайын арта, был мине бик ҡыуандыра. Тимәк, халыҡ беҙгә ышана. Бының өсөн ҙур рәхмәт. Бөтә һорауҙарҙы ла эшкә алырға һәм аҙағына тиклем еткерергә тырышасаҡмын, – тине ул.

Осрашыу һуңында инвалид бала, 13 йәшлек Максим Шаһиморатовтың хатын уҡып ишеттерҙеләр. Ул робот уйынсығы һәм Радий Хәбиров менән осрашыу тураһында хыяллана. Малай үҙенең хатында Башҡортостан Башлығы кабинетында булырға хыялланыуы хаҡында яҙған. Республика етәксеһе бүләк һатып алырға вәғәҙәләне һәм Максимды ҡунаҡҡа саҡырыуҙы һораны.

Шулай уҡ тағы бер инвалид бала Өфөлә үтәсәк Аксаков шыршыһында ҡатнашасаҡ. Уның ошондай теләген дә Радий Фәрит улы үтәргә ҡушты.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас