Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Декабрь 2024, 16:50

Юридик форумда яңы китаптың исем туйы үтте

РФ Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников Өфөлә «Дәүләт революцияға ҡаршы» тип аталған яңы китабы менән таныштырҙы. Китаптың исем туйы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә уҙған Х Дөйөм Рәсәй юридик форумында үтте. 

Юридик форумда яңы китаптың исем туйы үттеЮридик форумда яңы китаптың исем туйы үтте
Юридик форумда яңы китаптың исем туйы үтте

РФ Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников Өфөлә «Дәүләт революцияға ҡаршы» тип аталған яңы китабы менән таныштырҙы. Китаптың исем туйы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә уҙған Х Дөйөм Рәсәй юридик форумында үтте.

Крашенинниковтың яңы китабы 1923 йылдан 1938 йылға тиклем илдә булған ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Автор дәүләт һәм йәмғиәт өсөн һынылыш осорон һүрәтләй, коллективлаштырыуҙың сәбәптәрен һәм тикшереүҙәрен, ҙур террорҙы, сәйәси һәм иҡтисади ваҡиғаларҙы тикшерә.

Артабан һүҙ авторға бирелде.

– Был – дәүләт һәм хоҡуҡ тарихына арналған сериялағы алтынсы китап, - тип аңлатты Павел Крашенинников. - Хоҡуҡи сығанаҡтарға, документтарға таянырға тырышам. Китаптарҙа теге йәки был закондың нисек һәм кем тарафынан ҡабул ителеүе, ни өсөн ҡабул ителеүе, ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тасуирлана.

Презентация барышында Крашенинников уникаль архив документтарын һәм фотографияларын, илебеҙ тарихынан аҙ билдәле факттарҙы күрһәтте.

Үҙ сиратында, О.Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты ректоры, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйестәше Виктор Блажеев Крашенинниковтың тарихи хеҙмәттәрен уҡыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Мин бәхетле кеше, сөнки бөтә был китаптарҙы уҡып сыҡтым, - тине Виктор Владимирович. - Ошо киҫелештә Рәсәй тарихын күрһәң, билдәле бер фекерҙәр тыуа. Ҡайһы берҙә дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы тураһында ниндәйҙер текстарҙы уҡыу бик күңелһеҙ. Ә Павел Владимирович тарихты «йәнләндерә» белә.

Шулай уҡ осрашыу барышында автор уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, презентация тамамланғас, барлыҡ теләүселәргә автографлы яңы китабын таратты.

Сығанаҡ: ibw-bashkortostan.com

Юридик форумда яңы китаптың исем туйы үтте
Юридик форумда яңы китаптың исем туйы үтте
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас