Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында һәр саҡтағыса асыҡ һәм ғәҙел һөйләште, тигән фекер әйтте БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының кесе ғилми хемәткәре, политолог Марат Сафин.
– Тыйылған темалар булманы. Хөкүмәт составының федераль үҙәк менән килешеү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылыуы, шау-шыу тыуҙырған енәйәт эштәре, башлыҡтың отставкаға китеүе тураһындағы имеш-мимештәр, “Әр-Рәхим” мәсете һәм “Воскресенск” соборы төҙөлөшө менән проблемалар, шулай уҡ сода компанияһының контроль пакеты тирәләй хәлдәр тикшерелде. Радий Фәрит улы ҡатмарлы темаларҙан тайпылмайынса бөтә һорауҙарға тулы яуаптар бирҙе,– тине политолог.
Марат Сафин белдереүенсә, тура бәйләнештә яңғыраған күп мәсьәләләр шунда уҡ тиерлек, оператив рәүештә хәл ителде.
– Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың береһенең, аҙ хәрәкәт иткән граждандарға хәрби-табип комиссияһы урынлашҡан, икенсе ҡатҡа күтәрелеүе ҡыйын булған, республика хәрби комиссариатындағы эштәр торошо тураһындағы һорауын хәтергә төшөрөгөҙ. Был мәсьәлә шунда уҡ контролгә алынды һәм мәсьәләне хәл итеү өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнде.
Республика Башлығы барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе. Халыҡты тәү сиратта юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү проблемалары, шулай уҡ социаль тәьминәт мәсьәләләре борсой. Радий Фәрит улының профессионаллеге күренде, ул белмәгән темалар булманы. Етәкселектең ҡулын пульста тотоуо, уны халыҡтың проблемалары борсоуы күренеп тора; ул эскерһеҙ һәм хөкүмәт эшенең һөҙөмтәләре өсөн борсола.
Дөйөм алғанда, тура бәйләнеш власть һәм йәмғиәт араһында үҙ-ара эш итеүҙең мөһим ҡоралы булып тора. Ул актуаль проблемаларҙы тикшереүҙән тыш, етәкселектең граждандарҙың һорауҙарына яуап бирергә әҙер булыуын да күрһәтә. Асыҡлыҡ һәм цензураның булмауы асыҡлыҡ мөхитен булдырырға ярҙам итә, был, үҙ сиратында, власть менән республика халҡы араһында ышанысты нығытыуға һәм конструктив диалогты яҡлауға булышлыҡ итә, – тине ул.
Фото: геройҙың шәхси архивынан.