Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабря 2024, 07:15

Башҡортостан - Рәсәйҙең терәк төбәге

Радий Хәбировтың тура бәйләнеше буйынса фекере менән политолог Тимур Вәлитов уртаҡлашты. 

Башҡортостан - Рәсәйҙең терәк төбәгеБашҡортостан - Рәсәйҙең терәк төбәге
Башҡортостан - Рәсәйҙең терәк төбәге

Шишәмбе кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр республика халҡы менән тура бәйләнеш үткәрҙе. Башлыҡҡа 8 меңдән ашыу һорау килде, дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә 65 һорауға яуап бирҙе. Политолог Тимур Вәлитов унда үҙе ҡатнашты һәм аҙаҡ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Быйыл Радий Фәрит улының тура бәйләнешендә шәхсән үҙем ҡатнаштым һәм уға һорау биреү мөмкинлеге булды. Дөйөм алғанда, һәр ваҡыттағыса, бик ентекле, асыҡ һөйләшеү булды. Башлыҡ республикалағы бөтә хәлдәрҙе лә яҡшы белә һәм шунда уҡ яуабын да таба, проблеманы хәл итер өсөн йөкләмә лә бирә, – тине ул.

Политолог әйтеүенсә, Радий Хәбировтың илдә абруйы ҙур.

– Был аңлашыла ла, Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе. Дәүләт башлығы Владимир Путин мөмкинлек булыу менән беҙгә килә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Һуңғы тапҡыр ул октябрҙә ғына булып китте, унда республика тормошо өсөн мөһим мәсьәләләр тикшерелде, кәрәкле объекттар асылды. Тыныс шарттарҙа президент менән аралашыу мәлендә Радий Фәрит улы ваҡытты бушҡа үткәрмәй, беҙҙең ҡаҙаныштар, яҡшы проекттар, башҡорт батальондары, МХО-ға һәм яугирҙәргә ярҙам тураһында һөйләне. Владимир Путин беҙҙәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһына, ул барыһын да белеп тора. Иң ҡыуаныслыһы, республика етәкселеге президенттан ыңғай баһа алды, был тәү сиратта уның Башҡортостан халҡына ихтирамлы ҡарашы тураһында һөйләй. Тағы шуны билдәләгем килә, быйыл Владимир Владимирович дүрт тапҡыр Башҡортостандың уңыштарын ыңғай яҡтан телгә алды һәм баһаланы. Был төбәгебеҙҙең ил өсөн мөһимлеге тураһында һөйләй, - тип уртаҡлашты Тимур Вәлитов. 

Фото: геройҙың шәхси архивынан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас