Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2024, 09:15

“Тура бәйләнешкә эшлекле ҡараш булды”

Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаһы, сәйәсәт фәндәре кандидаты Марат Мәрҙәнов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеш тураһында түбәндәгеләр тураһында һөйләне.

“Тура бәйләнешкә эшлекле ҡараш булды”“Тура бәйләнешкә эшлекле ҡараш булды”
“Тура бәйләнешкә эшлекле ҡараш булды”

Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаһы, сәйәсәт фәндәре кандидаты Марат Мәрҙәнов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеш тураһында түбәндәгеләр тураһында һөйләне.

Марат Хәмитйән улы тура бәйләнешкә эшлекле ҡараш булыуы хаҡында әйтте. “Радий Хәбиров этник, конфессия донъяһын һаҡлау менән бәйле мөһим теманы – тышҡы көстәрҙең башҡорт йәмғиәтен бүлгеләү һәм республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырырыға маташыуға бәйле осраҡтарҙы билдәләне. Уларға ҡағылышлы әлеге мәлдә төбәктә мәғлүмәт ҡаршы тороуы булдырылған, сит яҡтарҙан килгән, махсус хәрби операцияны, республикалағы милли сәйәсәтте дискредитацияларға маташҡан фейктар фашлана, - тине Марат Мәрҙәнов. – Шул уҡ ваҡытта, күреүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы милли мәҙәниәт, әҙәбиәт мәсьәләләренә етди иғтибар бүлә, тарих, мәғариф һәм Рәсәй һәм Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр тураһындағы хәтерҙе һаҡлау өлкәһендә ҙур эш атҡарыла. Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан билдәләнгән М. Шакиров һәм З. Нуриевҡа һәйкәлдәрҙе ҡуйыу тураһындағы пландар республика халҡы тарафынан ыңғай ҡабул ителеренә ышанам.

Марат Мәрҙәнов республикала йәшәүселәрҙе борсоған Салауат Юлаевҡа һәйкәлде реконструкциялау мәсьәләләренең дә тулыһынса асылыуы тураһында әйтте.

Фото: Марат Мәрҙәновтың шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас