Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2024, 06:15

Яңы ҡаҙаныштарға юл аса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында һүҙ ауылдарҙа мәҙәнәит йорттары һәм социаль үҙәктәр тураһында ла булды.

Яңы ҡаҙаныштарға юл асаЯңы ҡаҙаныштарға юл аса
Яңы ҡаҙаныштарға юл аса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында һүҙ ауылдарҙа мәҙәнәит йорттары һәм социаль үҙәктәр тураһында ла булды. Бындай объекттарҙың ауыл ерендә булыуы йәмғиәт тормошон әүҙемләштерә, тип билдәләнде. Краснокама районындағы мәҙәниәт йорто тураһында ла һүҙ булды.

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа Иҫке Йәнйегет ауылындағы клуб өсөн ҡорамалдар алыуға аҡса бүлеү тураһындағы ҡарар ҡабул иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.  Ауыл ерендә мәҙәниәт йортоноң булыуы ижтимағи тормошто әүҙемләштереүгә булышлыҡ итә. Был ҡорамалдар ярҙамында үткәрелгән саралар һанын арттыра, беҙҙә йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдыра алабыҙ, - тип белдерҙе Краснокама районы хакимиәте башлығы Алексей Александрович Горбачев. – Радий Фәрит улының ярҙамы беҙҙең өсөн мөһим һәм уның районыбыҙға бүлгән иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ. Был яңы ҡаҙаныштарға юл аса.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы менән тура бәйләнешкә Иҫке Йәнйегет ауылы халҡы сыҡҡайны. Ауыл хакимиәте башлығы Ирина Ниғәмәтова ауылда йәшәүселәр исеменән урындағы клубҡа заманса ҡорамалдар һатып алыуҙа ярҙам  һорағайны.

Фото: Краснокама районы хакимимәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас