Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Декабрь 2024, 14:10

“Һәр кем мөрәжәғәт итә алды...”

Яҡташыбыҙ, фехтование спортының рапира төрө буйынса олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Аделина Заһиҙуллина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән үткәргән тура бәйләнеше форматының оҡшауы, Радий Фәрит улының дүрт сәғәттән ашыу һорауҙарға яуап биреүе тураһында белдерҙе.

“Һәр кем мөрәжәғәт итә алды...”“Һәр кем мөрәжәғәт итә алды...”
“Һәр кем мөрәжәғәт итә алды...”

Яҡташыбыҙ, фехтование спортының рапира төрө буйынса олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Аделина Заһиҙуллина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән үткәргән тура бәйләнеше форматының оҡшауы, Радий Фәрит улының дүрт сәғәттән ашыу һорауҙарға яуап биреүе тураһында белдерҙе.

“Спорт объекттары тураһында ишетеү шәп булды. Башҡортостан етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров спорттың үҫешенә етди иғтибар бүленеүе, шулай уҡ республика райондарында спорт объекттары тураһында һөйләне, - тине Аделина Рөстәм ҡыҙы. – Мин аралашыуҙың ошондай форматта үткәрелеүенә шатмын, тағы республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән видеомөрәжәғәттәрҙең булыуы шәп күренеш ине. Бынан тыш, һәр кемдең социаль селтәрҙә лә һорау яҙыу мөмкинлеге булды. Һәм, әлбиттә, барлыҡ һорауҙар ҙа ҡаралыр, тип ышанабыҙ. Тыуған республикабыҙҙың яҙмышына битараф булмағандарҙың күплеге һоҡландырҙы”.

Фото: Аделина Заһиҙуллинаның шәхси архивынан.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас