Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Декабрь 2024, 04:30

Власта бушлыҡ юҡ. Хөкүмәт бар, ул эшләй

Радий Хәбиров Хөкүмәт составының үткән осорҙағы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.

Власта бушлыҡ юҡ. Хөкүмәт бар, ул эшләйВласта бушлыҡ юҡ. Хөкүмәт бар, ул эшләй
Власта бушлыҡ юҡ. Хөкүмәт бар, ул эшләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙә уҙған тура бәйләнештә республика халҡының һәм киң мәғлүмәт саралары журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Шул иҫәптән республика Хөкүмәтенең эшенә ҡағылышлы һорау булды.

Уға Радий Хәбиров: “Үткән осорҙа Хөкүмәт килеп тыуған бурыстарҙы яҡшы үтәне. Шуға күрә Андрей Геннадьевич (Назаров) менән уның эшен дауам итеүе тураһында килештек. Уның энергияһы, эшләргә теләге бар, һәм, иң мөһиме, тәжрибә тупланған.

Власта бушлыҡ юҡ. Хөкүмәт бар, ул эшләй, мин ҡуйған бөтә бурыстарҙы үтәй. Министрҙар профилле ведомстволарҙа килешеүҙәр үтә, улар рәтендә ҙур үҙгәрештәр күрмәҫһегеҙ”, – тине.

Ә был хаҡта эксперт фекерен белеү маҡсатында философия фәндәре кандидаты, Башҡортостан кооператив институтының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ кафедраһы мөдире Буранбай Радмир улы Юлдыбаевҡа мөрәжәғәт иттек.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙенең сығышында Хөкүмәт Премьер-министрының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составының үткән осорҙағы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе һәм республикаға идара итеүҙә өҙлөкһөҙлөктө һаҡлап ҡалыу ниәтен раҫланы, был идара итеү системаһының тотороҡлолоғон һәм етди кадрҙар үҙгәрештәренең булмауын күрһәтә. Прогноз осоронда элекке йүнәлештең дауам ителеүе һәм һаҡланыуы көтөлә. Төп иғтибар Хөкүмәттең эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм республиканың ағымдағы бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтелер, моғайын, – тине Буранбай Юлдыбаев.

Фото: Буранбай Юлдыбаевтың архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас