Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Декабрь 2024, 17:30

Бысраҡ яға алманылар

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше, банкнотала Салауат Юлаев һәйкәле һәм хатта урам буйында үҫеп ултырған шыршы... Ниндәй генә темаларға тотонмай оппозиция. 

Бысраҡ яға алманыларБысраҡ яға алманылар
Бысраҡ яға алманылар

Уҙып барған аҙнала оппозиция каналдарының төп темаһы – Башҡортостан Башлығынының тура бәйләнешенә бәйле булды. Башҡа ваҡ-төйәккә лә иғтибар итергә, ағыу сәсеп ҡалырға онотманылар.

Мәҫәлән, 1000 һумлыҡ банкнота. Социаль селтәрҙәрҙә яңы купюра символдары өсөн онлайн-тауыш биреүгә бәйле кире яҙмалар барлыҡҡа килә башланы. Провокаторҙар Башҡортостан чиновниктарын эшһеҙлектә ғәйепләргә тырыша: йәнәһе лә улар Салауат Юлаев һәйкәленең еңеүе менән ҡыҙыҡһынмай, сөнки был хаҡта социаль селтәрҙә яҙмай. Был дөрөҫмө? Әйҙәгеҙ, тикшерәйек. 

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев тәүге көндә үк социаль селтәрҙә тауыш биреү тураһында яҙҙы. Был аңлашыла ла, сөнки милли батырыбыҙға һәйкәл – баш ҡалабыҙҙың төп символы. Башҡа чиновниктар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә башҡорт батырының монументын төшөрөү өсөн тауыш биреү кәрәклеге хаҡында әүҙем һөйләй. Ошо мәғлүмәтте таратыусылар араһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы ағзаһы Алексей Василевский ҙа бар.

Провокация постарында Радий Хәбировтан ошоға оҡшаш хәбәрҙәр юҡлығы тураһында ғәйепләү яҙылған. Шул уҡ ваҡытта, анализдан күренеүенсә, Волга буйы федераль округының иҫтәлекле урындары дәғүә иткән 13 төбәгенән өс етәксе генә тейешле яҙмалар баҫтырып сығарған. Тауыш биреү халыҡ тарафынан булырға тейеш. Был темаға асыҡтан-асыҡ кире фекерле посттар – процесты сәйәсиләштерергә маташыу ғына.

Асыҡланыуынса, сит ил дошмандары ла ошо хәлдән файҙаланырға ҡарар иткән. Украинаның махсус хеҙмәттәре ҡарамағындағы ике блогер – Поздняков** һәм Ғәббәсов* (икеһе лә экстремистик берләшмә етәкселәре) мәғлүмәт майҙанына бер маҡсат менән ҡапма-ҡаршы тезистар ташлай: Салауат Юлаев һәйкәле һәм ғөмүмән, башҡа милли республикалар объекттары өсөн тауыш биреүселәр һанын кәметеү.

Поздняков – ЦИПСО үҙәге хеҙмәтендә фейкометчик, уның эшмәкәрлеген ентекле күҙәтеүҙе “Фейктар менән һуғыш” проекты башҡарған.

Украинаның махсус хеҙмәттәренә милли республикаларҙың береһенең символы Рәсәй аҡсаһына эләгеүе бик отошло түгел. Был украин режимының көсләп тағылған Рәсәйҙә рустарҙан тыш башҡа халыҡтар ҡыҫырыҡлана тигән тезисына ҡаршы килә.

Әйткәндәй, был хәлдә “Пруфы”ҙа ситтә ҡала алманы һәм, йәнәһе лә, Башҡортостан менән Татарстандың ҡаршы тороуы тураһында тезистар ташлап, үҙҙәренең “биш тинен” өҫтәне.

Һәйкәл темаһына имеш-мимеш таратыу бының менән генә тынманы. “Бәйләнештә”ге “Ил ағаһы Мортаза Рәхимов” төркөмө админы (“Пруфы”ларҙыҡы) бар көсөнә теманы дауам итергә һәм ҡуйыртырға маташа. Тема үҙгәрмәй – имеш, ҙур чиновниктар һәйкәлдең банкнотала килеп сығыуын теләмәй. Ә Өфө мэры менән Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаевтың яҙғанын күрмәйҙәр. Бәлки, был махсус эшләнә һәм маҡсаттары – алдаҡ мәғлүмәт биреү.

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше көнөндә Ufa1 баҫмаһы сараға ҡамасауларға маташты. Улар, имеш үҙҙәренең уҡыусыларынан Радий Хәбировҡа килгән “ысын” һорауҙарҙы баҫтырҙы.

Төбәк етәксеһе республикабыҙ халҡын борсоған бөтә һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Әммә власть менән йәмғиәт араһында асыҡ диалог аноним ялыуҙарҙа түгел, ә реаль проблемаларға нигеҙләнергә тейеш. Ufa1 мөрәжәғәттәрҙең дөрөҫлөгөнә шик тыуҙыра һәм “тура бәйләнеш”тең асыҡлығына ышанысты ҡаҡшата ала.

Ufa1 күп тапҡырҙар уҡыусыларҙың ышанысы менән эш итергә маташыуҙары, уларҙың ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булараҡ абруйын шик аҫтына ҡуя. Аноним ялыуҙарҙы баҫтырып сығарыу уларҙың конструктив диалогты көйләү түгел, ә сенсация булдырыу ынтылышын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Тағы бер баҫма – “Пруфы” тура бәйләнеш алдынан бигерәк әүҙемләште. Улар Радий Хәбировҡа ебәрелгән видеомөрәжәғәтте тәнҡитләне. Автор фекеренсә, барыһы ла сценарий буйынса төшөрөлгән һәм халыҡтың реаль теләктәрен сағылдырмай.

Видеояҙмала “Сағыу” биҫтәһендә йәшәүселәр яңы мәктәп өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ улар тағы бер балалар баҡсаһы төҙөүҙәрен һорай. Телмәрҙе Өфө ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Сағыу” биҫтәһенең Йәмәғәт советы рәйесе Илнур Әсәҙуллин уҡый. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы уға хәлгә аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Уны журналистарҙың халыҡтың ысын ихтыяжын ялағайланыу тип әйтеүе ғәжәпләндерҙе.

“Барыһы өсөн дә мәғлүмәттең нисек бирелеүе һәм медиала баҫылыуы мөһим. Бойондороҡһоҙ киң мәғлүмәт саралары журналистарының халыҡ тауышын объектив тапшыра алырлыҡ аралашсы ролендә сығыш яһауы ла мөһим. Автор ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алмаған йәки иҫәпкә алырға теләмәгән, һәм был иғтибарһыҙ ҡалыу проблемаларҙы аңламауға килтергән”.

“Сағыу” биҫтәһендә йәшәүселәр властарға тәүгә мөрәжәғәт итмәй. Был яҡшы емештәр килтергән. Хәҙер 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә, юл инфраструктураһы үҫешә, парк төҙөкләндерелгән. Балалар баҡсаһы ла бар - 190 урынлыҡ.

“Пруфы” Радий Хәбировтың тура линияһы хаҡында алдауын дауам итте. Бер көндө улар Төбәк проблемалары институты генераль директоры Дмитрий Журавлевтың фейк фекере менән яңылыҡ бирҙе. Йәнәһе лә был тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа, үҙенең власта ҡаласағы, Хөкүмәттең яҡын арала билдәләнәсәге тураһында белдереүенә ҡарамаҫтан, республика элиталарын үҙ позицияларының тотороҡлолоғона ышандырырға ярҙам итмәгән тип иҫәпләй.

Ысынында иһә, Журавлев Хөкүмәт составы һәм төбәк башлығының ышандырырлыҡ булмауы хаҡында бер нәмә лә әйтмәне. Улай ғына ла түгел, халыҡ араһында электораль позицияларҙы нығытыу өсөн тура бәйләнеш республика етәксеһе өсөн көслө ҡорал булып ҡала, тип билдәләне ул.

Журавлевтың урындағы үҙидара реформаһына ҡарата закон проектын хуплау тураһында фекеренә килгәндә, Радий Хәбировтың һүҙҙәренә дөрөҫ аңлатма бирелмәгән тип иҫәпләйбеҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы закон проектын хупланы, тип иҫәпләй Журавлев.

Радий Хәбиров, ҡануниәттә тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ҡағылғанда, урындағы йолаларҙы һәм үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, идара итеү системаһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе төбәк кимәлендә хәл ителергә тейеш, тигән фекер белдерҙе. Бында депутаттар халыҡ фекерен иҫәпкә алырға тейеш.

Тура бәйләнешкә арналған тағы бер тема – экологик хәүефһеҙлеккә бәйле булды. Әлеге лә баяғы “Пруфы” эксперт фекерен баҫтырған. Тура линияла халыҡтан экологик именлек буйынса бер һорау ҙа килмәне, тип раҫлай тегеһе. Уны Башҡортостан ҡалаларында бер нисә көн буйына төтөн тороуы бер кемде лә ҡыҙыҡһынмауы ғәжәпләндергән.

Әммә экология мәсьәләләре республика властарының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында ер аҫтын файҙаланыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде һәм вәхшиҙәрсә эшкәртеү менән көрәшкән ведомство-ара комиссияның эшен юғары баһаланы.

Һуңғы 10 айҙа 700-гә яҡын контроль сара уҙғарылған, 386 хоҡуҡ боҙоу асыҡланған, 144 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ә штрафтар 1 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Бынан тыш, енәйәттәр булыу-булмауын тикшереү өсөн ете материал эске эштәр органдарына ебәрелде.

Быйыл 663 иҫкәртеү сараһы уҙғарылды һәм 170 иҫкәртеү иғлан ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ведомство-ара комиссия Радий Хәбировтың башланғысы буйынса 2021 йылда уҡ төҙөлгәйне.

Өфөләге төтөнгә килгәндә, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов рәсми аңлатма бирҙе. Зарарлы матдәләрҙең күрһәткестәре насар метеорологик шарттар - зарарлы матдәләр сәсергә ҡамасаулаған штиль арҡаһында теркәлгән, тип билдәләне ул. Хәл контролдә тотола.

Яңыраҡ телеграм-каналдарҙың береһендә хакимиәттең Дим биҫтәһендәге Локомотив урамында шыршыны бысыуы хаҡында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Баҫмаға ярашлы, был ағас “Орион” ижад һарайы янындағы паркта урындағы халыҡтан бүләк итеп ҡуйылған. Хәҙер участка хужаһы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға теләй.

“Фактчекинг по-башкирски” каналы хәлде асыҡлаған һәм мәғлүмәттең бер яҡлы ғына булыуын билдәләй. Муниципалитетта хәбәр итеүҙәренсә, шыршы ер өҫтө газ үткәргесенең һаҡ зонаһында һәм участкаларҙан ситтә урынлашҡан. 2024 йылдың 14 ноябрендә “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте биләмәне ағастар һәм ҡыуаҡтарҙан таҙартыу тураһында бойороҡ сығарған, ул 15 декабргә тиклем үтәлергә тейеш.

Шыршыны ҡырҡыу тураһында ҡарар ғәҙәттән тыш хәлгә юл ҡуймау кәрәклегенә бәйле ҡабул ителде. Локомотив урамындағы йортта йәшәүселәрҙең күбеһе ағасты Яңы йыл биҙәүесе итеп файҙаланыу менән килешә. Әле зарланғандар бойороҡ менән йөрөгән саҡта өйҙә булмаған, сөнки улар унда йәшәмәй.

Эмоциональ реакцияға ҡарамаҫтан, хакимиәт ҡарары потенциаль хәүефтәргә юл ҡуймау кәрәклеге менән нигеҙләнә. Шуны иҫтә тотоу мөһим: бындай саралар нормаларҙы үтәү өсөн генә түгел, ә граждандарҙың ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлау өсөн дә күрелә.

*Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.

** Владислав Поздняков сит ил агенты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас