Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре ике кешене үлтереүҙә ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алды. Енәйәтселәр ҡасырға маташа. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡоралын ҡулланырға тура килә.
6 декабрҙә сәғәт 12-ләр тирәһендә Белорет районының Ишле ауылында йәшәгән кеше Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең дежур бүлегенә туғандарының – 59 йәшлек фермерҙың һәм уның 56 йәшлек ҡатынының юғалыуы тураһында хәбәр итә.
Ваҡиға урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөм сыға. Йорттан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта һыу ятҡылығы ярында көс ҡулланып үлтерелгән ирҙең һәм ҡатындың кәүҙәләре табыла.
Асыҡланыуынса, йорттағы сейфтан теркәлгән ҡорал – ике карабин, ике һунар мылтығы һәм хәрби припастар юғалған. Шулай уҡ урында “Тойота Хайлюкс” автомобиле булмай.
Урланған автомобилдең билдәләре Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙәге бөтә дежур частарға, постарға һәм патрулдәргә тапшырыла.
Тиҙҙән республиканың Иглин районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эҙләнгән автомобилде күреп ҡала. Водитель ҡасырға маташа. Эҙәрлекләүҙән ҡасып, ҡағиҙә боҙоусы хәүефле хәрәкәттәр яһай. Полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡасып маташҡан автомобилдең башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырыуын иҫкәртеүен һәм туҡтауын талап итеүгә лә ҡолаҡ һалмайҙар. Шуға ла “Полиция тураһында» законға ярашлы табель ҡоралын ҡулланырға мәжбүр булалар.
Дәүләт автоинспекторы иҫкәртеп һауаға ата, һөҙөмтәлә водитель, идараны юғалтып, туҡтатырға мәжбүр була. ГАИ хеҙмәткәрҙәре сит ил машинаһына йүгереп килеп еткәс, водитель полиция хеҙмәткәрҙәрен бәрҙереп, тағы ла ҡасып маташа, әммә юлдан ситкә сығып, кәртәгә бәрелә. Бынан һуң инспекторҙар ике ирҙе ҡулға ала, был мәлдә уларҙың береһендә карабин тотҡан була. Табель ҡоралын ҡулланыу һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәй.
Свердловск һәм Кемерово өлкәләренән булған 36 һәм 49 йәшлек ирҙәр ҡулға алынған. Улар һәләк булған ир менән ҡатындың хужалығында эшләгән була һәм аҡса, башҡа ҡиммәтле әйберҙәрҙе урларға ҡарар итә. Енәйәтселәр аңлатыуынса, эшҡыуарҙың уларға әҙерәк бурысы булған, шуға ла был аҙымға барғандар. Өйөндә урлашып йөрөгәндә хужа ҡайта һәм уларҙың планын боҙа. Ирҙәр ҡатынды бәйләп, мылтыҡ төйҙәһе менән туҡмап үлтерә, ә эшҡыуарҙы ата.
Автомобилде тикшереү барышында урланған мылтыҡтар һәм уларға патрондар табыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре Росгвардия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ғәйепләнеүселәрҙе Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһенә алып килә. Унда РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһында ҡаралған билдәләр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәт эшен тикшереүҙе оператив оҙатып бара. Енәйәтте ҡылыуға бәйле шарттар асыҡлана.
Социаль селтәрҙәге асыҡ сығанаҡтар буйынса, енәйәтселәр ҡорбаны булған Валентина менән Олег Полетавкиндар менән 9 декабрҙә Ишле ауылында хушласаҡтар. Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: скриншот, vk.com/beloretsk.